Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНДЕМИКТАР

Просмотров: 1794

ЭНДЕМИКТАР (гр. endēmos — урындағы), хайуандар һәм үҫемлектәрҙең таралыуҙа билдәле бер терр‑я м‑н сикләнгән төрҙәре, заттары һ.б. таксондары. Башҡортостанда ҡат­марлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең 90‑дан ашыу Э. төрө үҫә, шуларҙың 20‑һе эттабан затының апомиксис яғынан ауыр айырылған “микротөрҙәре” булып тора. Респ. Волга буйы аръяғы‑Урал (Гельм астрагалы, Разумовский тәңкәғуҙағы һ.б.), Волга буйы аръяғы‑Урал‑көнбайыш Себер (Гмелин һыйыртеле), Урал‑Ҡаҙағстан (Коржинский татлы тамыры, Эверсманн ҡаҙ үләне), Урал (пермь анемонаструмы, урал ҡамғағы һ.б.), көньяҡ Урал (Карелин астрагалы, ырымбур астрагалы һ.б.) Э. бар. 20 б. 60‑сы йй. П.Л. Горчаковский тарафынан эшләнгән классификацияға ярашлы йәшәү урыны һәм сығышы б‑са ҡая һәм петрофит‑дала (яҡынса 30 төр, Көньяҡ Уралдың төньяҡ өлөшөндә таралған; Крашенинников минуарцияһы, ҡылсыҡлы аҡтамыр, урал етене, шырттөклө еҙүлән, энәле ҡәнәфер һ.б.), бейек тау (16 төр, Көньяҡ Уралдың иң ҡалҡыу өлөшөндә; аҙ япраҡлы ҡанүлән, Игошина бүтәгәһе, ирәмәл тырнағуты, күгелйем төлкөғойроҡ, урал ҡолонғойроғо, урал лаготисы, урал соссюреяһы, урал талы), болон (илмән алтынбашы, ненец ҡаҙ йыуаһы, урал аҡтамырсығы, эттабан затының 19 төрө), татырлыҡ (Коржинский татлы тамыры, Крашенинников юл япрағы) Э. айырыла. Э. араһында дарыу үҫемлектәре (ирәмәл алтын тамыры, Коржинский татлы тамыры һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (күгелйем төлкөғойроҡ, урал аҡтамырсығы, эттабан затының төрҙәре һ.б.), декоратив үҫемлектәр (көмөш тәңкәғуҙаҡ, пермь анемонаструмы, энәле ҡәнәфер һ.б.), баллы үҫемлектәр (Гмелин һыйыртеле, ҡанүлән затының төрҙәре һ.б.) осрай. Э. 34 төрө БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, шулар­ҙың 10‑ы ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Респ. фаунаһында Карпинский бызылдауығы, Башҡортостандың Урал алдында (Көнгәк тауы) Бутлеров зәңгәр күбәләге (кү­бәләктәр төрө) осрай. 1934—36 йй. респ. йофар интродукциялана.

Әҙәб.: Горчаковский П.Л. Основные проблемы исторической фитогеографии Урала. Свердловск, 1969.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.05.2021