Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРО КӨРТМӘЛЕ

Просмотров: 772

ҠОРО КӨРТМӘЛЕ (Arctostaphylos), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм арктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ.к. үҫә. Түшәлеүсән үренделе мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡ, оҙонлоғо 25—130 см. Япрағы ваҡ, ҡалын, оҙонса кире йомортҡа формаһында, бөтөн ситле, тамырсыҡ селтәре батынҡы, сиратлы, өҫ яҡтан ҡуйы йәшел, ялтырауыҡлы, аҫ яҡтан асығыраҡ төҫтә. Сәскәһе ал, көршәк формаһында, 5 киртләсле, ботаҡ осонда ҡыҫҡа һалынҡы тәлгәштә. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ашарға яраҡһыҙ ҡыҙыл төҫтәге кәүшәк тумалаҡ еләк, июнь—июлдә өлгөрә. Орлоҡтан һәм вегетатив юл м‑н үрсей. Тау тундраларында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ярым яланғас тау урмандарында (Белорет р‑ны), ҡоро ҡарағай урмандарында (Яңауыл р‑ны) осрай. Дуплау, буяу, мал аҙығы үҫемлеге. Япрағының составында терпеноидтар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, медицинала ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: