Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 917

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ, таралған номенклатуралағы бер йәки бер нисә әҙерләмәне эшкәртеү өсөн берләштерелгән идара итеү системаһы булған станоктар һәм ярҙамсы ҡорамалдар йыйылмаһы. Автоматик һәм автоматлаштырылған С.с. айырыла. Станок, робот (манипулятор), транспортёр, инструмент магазиндары, контроль‑үлсәү ҡоролмалары, автоматик идара итеү һәм диагностикалау ҡоролмаларынан тора. С.с. төп һәм ярҙамсы операцияларҙы ҡулайлаштырыуға һәм улар м‑н электрон хисаплау машиналары, контроллерҙар файҙаланып, әҙерләмәләрҙең күсеүе м‑н автоматик идара итеүгә булышлыҡ яһай. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. ӨАИ‑ла (В.Ц.Зориктуев) С.с. технологик процестар м‑н автоматик идара итеү һәм уларҙы оптималләштереү өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелгән; үткер йөҙлө инструмент м‑н ҡырҡыу процесын тәьмин иткән механик эшкәртеү процесы м‑н идара итеүҙең интеллектуаль адаптив системалары, ҡырҡыу инструментының торошон оператив диагностикалау системалары төҙөлә. Авиация двигателдәре деталдәрен һ.б. әҙерләгәндә ауыр эшкәртелгән материалдарҙы температура‑көс режимында эшкәртеү м‑н автоматик рәүештә идара иткән С.с. уйлап сығарылған һәм етештереүгә индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Станоктар системаһын диагностикалау.

В.Ц.Зориктуев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019