Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ

Просмотров: 975

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ, мәғлүмәт сикле булған шарттарҙа ҡорамалдарҙы файҙаланыу хәүефһеҙлеге кимәлен, ремонтлау сифатын күтәреү, буш тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу, технологик процесты оптималләштереү өсөн станоктар системаларының торошон билдәләү. С.с.д. өҙлөкһөҙ йәки периодик рәүештә бер нисә этапта үткәрелергә мөмкин: 1‑се этап — технологик процестың һәм станоктарҙың хәҙ. параметрҙарын үлсәү; 2‑се этап — станок ҡорамалдарын диагностикалау һәм уларҙың техник торошон билдәләү; 3‑сө этап — дефекттарҙы табыу һәм уларҙы идентификациялау, ш. уҡ уларҙың үҫешен прогнозлау алгоритмдарын уйлап сығарыу өсөн матем. ҡулланыу һәм программалар м‑н тәьмин итеү, кеше ҡатнашлығынан тыш тикшереү процестарын автоматлаштырырға, мониторинг һәм диагностиканың берҙәм компьютер системаларын булдырырға мөмкинлек биргән формала файҙаланыу. Башҡортостанда технологик процестарҙы контролдә тотоу, станок ҡорамалдарын автоматик рәүештә диагностикалауҙың эске системалары булған станок системалары уйлап табыла. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Авиация техник университетының технологик системаларҙы автоматлаштырыу каф. С.с.д. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә, улар нигеҙендә мөһим билдәһеҙлек шарттарында технологик процестар м‑н идара итеүҙең иерархик системалары уйлап сығарыла (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, “Гидравлика” ФДУП‑ында һ.б. индерелгән). Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында (ӨДАТУ ғалимдары м‑н берлектә) сәнәғәт компьютерҙары нигеҙендә станоктар системаһының торошон диагностикалау һәм контролдә тотоу мөмкинлеген биргән cәғәт м‑н программалаштырылған идара итеү системалары уйлап табылған һәм ғәмәлгә индерелгән. “Гидравлика” ФДУП‑ында ауыр эшкәртелә торған материалдарҙы, ш. иҫ. утҡа сыҙамлы материалдарҙы, механик юл м‑н эшкәртеүҙә ҡулланылған ҡырҡыу инструменттарын диагностикалауҙың автоматлаштырылған системаһы индерелгән.

В.Ц.Зориктуев, Ю.А.Никитин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: