Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫ

Просмотров: 1025

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫ, биналарҙың, ҡоролмаларҙың элементтары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк, үҙен тотҡан һәм һаҡлаусы (конструкцияларҙың функциялары тура килергә мөмкин); геом. билдәләре б‑са — һыҙыҡлы (стерженлы), яҫы, арауыҡлы; файҙаланылған материалдары б‑са ағас конструкциялар, бетон конструкциялар, металл конструкциялар, таш конструкциялар, тимер-бетон конструкциялар айырыла. Т.к. үҙенсәлектәре (ныҡлыҡ, ҡатылыҡ, тотороҡлоҡ, хеҙмәт итеү ваҡыты, оҙаҡҡа етеү, утҡа сыҙамлылыҡ һ.б.) ҡуйылған талаптарға ярашлы булырға тейеш. Биналарҙы (ҡоролмаларҙы) төҙөү һәм эксплуатациялауҙың тәғәйен шарттарын, урындағы материалдарҙы файҙаланыу һәм транспорт сығымдарын кәметеү кәрәклеген иҫәпкә алып проектлаған ваҡытта Т.к. оптималь материалдары һәм типтары һайлана. 20 б. 70‑се йй. башлап Т.к. б‑са ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство эштәре БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) алып барыла. Йыйылма тимер‑бетон, ағас, таш һәм металл конструкциялар уйлап табыла, уларҙы яһау технологиялары камиллаштырыла, ҙур тороҡтарҙы (45 м тиклем) терәп тороусы конструкциялар, балкаларҙың, таяуҙарҙың, плиталарҙың, ҡаплауҙарҙың, стена панелдәренең, фермаларҙың һ.б. юғары технологик конструкциялары эшләнә.

Л.В.Старцева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: