Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫН УТТАН ҺАҠЛАУ

Просмотров: 945

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫН УТТАН ҺАҠЛАУ, төҙөлөш конструкцияларының утҡа сыҙамлығының талап ителгән сиген [янғын ваҡытында тотоусы һәм (йәки) кәртәләүсе функцияларҙы һаҡлау һәләтен юғалтмайынса ут тәьҫиренә ҡаршы тороу ваҡыты м‑н билдәләнә] тәьмин итеү. Т.к.у.һ. өсөн плита, табаҡ, ваҡ янмай торған киҫәкле материалдар (бетон, гипслы плиталар, кирбес һ.б.), махсус йоҡа һәм ҡалын ҡаплауҙар (штукатурка, буяу) ҡулланыла. Ҡалын ҡаплауҙар м‑н Т.к.у.һ. өсөн уларҙың составына антипирен (фосфор, бромдың һ.б. галогенланған берләшмәләре; пиролиз процесына йоғонто яһай) һәм (йәки) минераль тултырғыстар (бөртөклө — ҡором, каолин, титан һәм кремний оксидтары йәки пластинкалы — тальк, слюда, графит— өлөшсәләрҙән торған дисперслы материалдар; ш. уҡ сүсле, табаҡлы — быяла туҡыма, быяла маттар һәм күбекләндерелгән — перлит, керамзит — материалдар; йылы үткәреүсәнлекте кәметә) ҡушыла. Йоҡа ҡаплауҙар м‑н Т.к.у.һ. өсөн күбеп сыға торған буяуҙар файҙаланыла, йылылыҡ тәьҫирендә уларҙың ҡалынлығы күҙәүле йылыны изоляциялаусы утҡа сыҙамлы ҡатлам барлыҡҡа килтереп күп тапҡырға арта. Уларҙың төп компоненттары: т‑ра күтәрелгәндә циклизация, конденсация, ялғау реакцияларына инеп осмай торған карбонлы продукттар барлыҡҡа килтергән бәйләүселәр (аминоальдегид полимерҙары, нигеҙендә винилхлорид, стирол йәки акрилонитрил һ.б. м‑н винилиденхлорид сополимерҙары булған латекстар); юғары т‑ра тәьҫирендә күбеүсе тултырғыстар (кальций карбонаты, полисахаридтар, пентаэритрит, гуанидин һ.б.). Башҡортостанда 20 б. 80—90‑сы йй. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (Л.Ф. Балакирева, Г.В.Тэненбаум һ.б.) Т.к.у.һ. технологияларын эшләү, металл конструкцияларҙың утҡа сыҙамлығын арттырыу ысулдарын эҙләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Л.Ф.Балакирева, Г.В.Тэненбаум

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: