Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ

Просмотров: 1176

ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ, төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн механизация саралары. Әҙерлек (йомшартҡыстар, ҡыуаҡ ҡырҡҡыстар, ағас төпләгес машиналар), ер (экскаваторҙар, скреперҙар, бульдозерҙар), свай ҡағыу (копёрҙар, сүкеү машиналары, бетонлау (бетон болғағыстар һәм насостар), арматура һәм санитар-техника (бөгөү, киҫеү станоктары), биҙәү (штукатурлау-һөртөү, мозаика, паркет шымартыу станоктары) эштәрендә, материалдар эшкәртеүҙә (таш ваҡлау машиналары, эре иләктәр, тирмәндәр) һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 1969 й. алып Өфө кран эшләү заводы күпер тибындағы крандар (йөк күтәреүсәнлеге 5—12,5 т), аҫылмалы һәм терәкле күпер крандары (0,5—10 т); консолле ҡул һәм электр крандары (0,5—3,2 т), йөктө 50 м тиклем бейеклеккә күтәреүҙе тәьмин иткән “Пионер” тибындағы күсермә крандар (1 т); 70‑се йй. аҙ. башлап “Витязь” компанияһы ер ҡаҙыу (сүмесенең һыйҙырышлығы 0,63—1,25 м3), кран (йөк күтәреүсәнлеге 25 т тиклем) һәм сылбырлы тәгәрмәсле транспортёр‑тартҡысҡа (ҡара: Ике звенолы транспортёр) монтажлана торған трейлер (30 т) ҡорамалдары етештерә. Стәрлетамаҡ төҙөлөш машиналары заводында 1980—85 йй. магистраль үткәргес торбалар төҙөгән ваҡытта күтәреү‑күсереү эштәрен башҡарыу өсөн ТГ‑502А, ТГ‑502АХЛ торба һалыу машиналары (йөк күтәреүсәнлеге 12 һәм 16 т); БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑ты (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) м‑н берлектә 80‑се йй. СП‑49 копёры (12 м тиклем оҙонлоҡтағы свайҙарҙы ҡағыу өсөн) һәм Т‑130 тракторы базаһында уның модификациялары, штангалы дизель-сүкеү машиналары (һуғыу өлөшөнөң ауырлығы 0,24—2,5 т), туңған тупраҡты йомшартыу, юл полотноһын асыу, өйөлгән тупраҡты төйгөсләп тигеҙләү өсөн торбалы (1,25—5 т) һәм гидравлик (100 кг) сүкеү машиналары һ.б. уйлап табыла һәм сығарыла. 1980 й. алып Туймазы автобетоновоздар заводында автоматик бетон бутағыстар (һыйҙырышлығы 6—9 м3), ярым тағылмаларға ҡуйылған бетон бутағыстар, автобетоновоздар, бетон ҡатышмаһын әҙерләү, килтереү, 21—37 м бейеклеккә күтәреү өсөн бетон насостары, ҡатышма ташый торған автомобилдәр (6—22 м3) һ.б. етештерелә. 1996 й. башлап алып “Кран-Сервис” пр‑тиеһында йөк күтәреү ҡорамалдары, ш. иҫ. төҙөлөш өсөн еңел крандар, уйлап табыла һәм етештерелә. Шулай уҡ ҡара: Ер ҡаҙыу машиналары, Сылбырлы тәгәрмәсле машиналар.

А.Х.Йәнекәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: