Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ҠАҘЫУ МАШИНАЛАРЫ

Просмотров: 1104

ЕР ҠАҘЫУ МАШИНАЛАРЫ, ер ҡаҙыу эштәрен алып барғанда төп һәм ярҙамсы процестарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән механизация саралары. Тәғәйенләнеше б‑са Е.ҡ.м. тупраҡты ҡаҙыу-ташыу (бульдозерҙар, скреперҙар, автогрейдерҙар), тейәү (пневматик йәки сылбырлы тәгәрмәсле бер сүмесле тейәгестәр, таҫмалы, шнеклы йәки сүмесле конвейерҙары булған туҡтауһыҙ эшләүсе машиналар), эшсе ҡоралдары әйләнеп һәм әйләнеп-һуғып торған быраулау машиналарына, ерҙе тығыҙландырыу машиналарына (үҙйөрөшлө һәм тағылмалы катоктар, төйгөсләп тигеҙләү машиналары, вибрациялы плиталар), әҙерлек эштәрен башҡарыу (ҡыуаҡ ҡырҡҡыс, ағас төпләгес, ер йомшартҡыс), нигеҙ соҡоро, траншея ҡаҙыу (цикллап һәм туҡтауһыҙ эшләүсе экскаваторҙар), ерҙе траншея ҡаҙымайынса үтеү (төрлө коммуникациялар үткәреүҙе тәьмин итеү маҡсатында туннелдәрҙе япма ҡалдырып үтеү өсөн шнеклы, тишеүсе машиналар, пневмотишкестәр һәм механизациялау саралары), тупраҡты гидравлик юл м‑н ҡаҙыу (гидромониторҙар, ер ҡаҙыу ҡорамалдары һ.б.) машиналарына бүленә. Биналар һәм ҡоролмалар төҙөгәндә, юл һалғанда, карьерҙарҙа файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда һ.б. ваҡытта ҡулланыла. 20 б. 70—80‑се йй. БР Төҙөлөш комплексының ғилми-тикшеренеү проектконструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө институты) пневматик тәгәрмәсле “Кескәй” мини-экскаваторы (сүмесенең һыйҙырышлығы 0,03 м3, ҡаҙыу тәрәнлеге 1,8 м), экскаватор сүмесен таҙартыу ҡорамалдары, төҙөлөш шарттары ҡыҫынҡы булғанда траншея ҡаҙмайынса тупраҡты тишеп инеү һәм тығыҙлау ҡорамалдары, объекттарҙы һалғанда һәм реконструкциялағанда инженер-төҙөлөш эштәрен алып барыу өсөн С‑832М машинаһы яһала. 90‑сы йй. Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводында Бөтә Рәсәй төҙөлөш һәм юл машиналары эшләү ҒТИ (Мәскәү) м‑н берлектә сылбырлы тәгәрмәсле бер сүмесле гидравлик ЭО‑1121А мини-экскаваторы (файҙаланыу ауырлығы 5,6 т, ҡаҙыу тәрәнлеге 3,6 м, ҡаҙыу радиусы 5,7 м) эшләнә һәм сығарыла. “Строймаш” ААЙ‑нда трактор ҡорамалдары (бульдозер ҡорамалдары, ер йомшартҡыстар һ.б.), свай ҡағыу өсөн дизель-сүкештәр сығарыу, “Витязь” ААЙ‑нда йомшаҡ тупраҡлы урындарҙа (һаҙлыҡтар, юлһыҙ урындар, тигеҙһеҙ урмандар һ.б.) ер ҡаҙыу һәм йөк ташыу эштәре өсөн сылбырлы тәгәрмәсле транспортёр-экскаваторҙар, “Башнефть” АНК‑нда тупраҡты траншеяһыҙ тишеп үтеү ҡоролмаларын сығарыу үҙләштерелә.

В.Л.Коган

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: