Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Альберт Хан улы

Просмотров: 800

СОЛТАНОВ Альберт Хан улы [20.6. 1950, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], электр элемтәһе инженеры. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2016). Ново‑ сибирск электротехник элемтә ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. тиклем “Кабель” КБ‑нда (Өфө ҡ.), 1979 й. алып СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй. 1981 й. башлап ӨДАТУ‑ла: 1999 й. алып телекоммуникация системалары каф. мөдире, 2004 й. — Инфокоммуникация технологиялары ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге инфокоммуникация технологияларына, йыһан һүрәттәрен эшкәртеүгә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында пейджинг һәм кәрәҙле элемтәләрҙең (AMPS һәм GSM cтандарттары), ш. уҡ банк системаһы өсөн спутник элемтәһенең төбәк селтәрҙәре ойошторола. С. етәкс. УГАТУ‑САТ микроспутнигының (2009 й. “Байконур” космодромынан осорола) проекты эшләнә, “Оптик һәм спутник‑ара коммуникацияларҙы проектлау һәм файҙаланыу” уҡыу-фәнни үҙәге, алыҫтан Ерҙе зондлау мәғлүмәттәрен ҡабул итеү һәм эшкәртеү (икеһе лә ӨДАТУ‑ла), ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе йыһандан оператив мониторингылау (ӨДАТУ‑ла һәм БР‑ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында) үҙәктәре ойошторола. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Моделирование и обработка изображений в оптических системах космического видения. М., 1999 (авторҙ.); Волоконно‑оптические системы передачи: вопросы оценки работоспособности. М., 2005 (авторҙ.); Методы повышения работоспособности сетей связи с системой сигнализации ОКС №7 в процессе эксплуатации. М., 2006 (авторҙ).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.05.2023