Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ

Просмотров: 993

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ, бер атомлы С6—С20 спирттары. Һыуҙа күбеһенсә эремәй, этил спиртында, эфирҙа яҡшы эрей; тиҙ ҡабына, мол. м. артыу м‑н шартлау ҡурҡынысы кәмей. С—О, О—Н бәйләнештәре өҙөлөү м‑н реакцияларға инә. С.м.с. актив металдар (натрий, калий, магний, алюмин) м‑н бәйләнешкә инеп — тоҙҙар (алкоголяттар), кислоталар, карбон к‑таларының ангидридтары һәм хлорангидридтары м‑н — ҡатмарлы эфирҙар; окисландырыусылар тәьҫирендә беренсел спирттар — альдегидтар һәм к‑талар, икенсел спирттар — кетондар барлыҡҡа килтерә. Катализаторҙар ҡулланып олефиндарҙы баҫым аҫтында 100—200°С т‑рала гидроформилирлап (модификациялау ҡиммәтле нормаль төҙөлөшлө продукттар сығышын арттыра); алюминорганик синтез ярҙамында (реакция продукттары — нормаль төҙөлөшлө йоп һанлы углерод атомы булған, ректификация м‑н еңел айырылыусы, юғары сифатлы һәм түбән сығарылышлы беренсел С2—С20 спирттары); синтетик май кислоталарының эфирҙарын гидрирлап (к‑таларҙы метил спирты йәки бутил спирты м‑н этерификациялау продукттары); парафиндарҙы 12—С20) бор к‑таһы ярҙамында 160—170°С т‑рала һәм атмосфера баҫымында һауа кислороды м‑н окисландырып (реакция продукттары — түбән сифатлы беренсел, икенсел спирт ҡатышмалары); үҫемлек майҙарын (кокос, пальма, пальмоядролы, ҡарағай, етен, мамыҡ, кастор майҙары) һәм хайуан майҙарын (продукттары — йоп һанлы углерод атомы булған С8—С18, С14—С20 спирттары) каталитик гидрирлап йәки һабынлап алалар. Флотореагенттар, лак‑буяу материалдарын, синтетик ыҫмалаларҙы эреткестәр, пеногасителдәр компоненты, вулканизацияны тиҙләткестәр итеп, анионлы, ионоген булмаған өҫкө йөҙҙә актив матдәләр етештереүҙә ҡулланалар. С6—С10 спирттары һәм дикарбон к‑талары эфирҙары — полимерҙар пластификаторҙары, синтетик майлағыс май һәм консистентлы май компоненттары, С7—С9 спирттары һәм метакрил к‑таһы эфирҙары — мотор яғыулығы һәм минераль майҙарға өҫтәлеүсе__депрессор присадкалары нигеҙе. Башҡортостанда 1967 й. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) С.м.с. етештереү цехы файҙаланыуға тапшырыла. 70‑се йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) стационар монохромлы катализаторҙа синтетик май к‑таларын тура гидрирлап С.м.с. (С10—С16 фракциялары) яһаған тәж.‑сәнәғәт цехы эшләй, һуңыраҡ алюминорганик синтез ярҙамында яһаған, триэтилалюмин алыу, артабан уны этилен м‑н полимерлашыу, юғары алюминтриалкилдарҙы окисландырыу һәм алюмин алкоголяттарын гидролизлау стадияларын үҙ эсенә алған С6—С20 фракцияларының С.м.с. производствоһы ойошторола (ҡеүәте йылына 48 мең т).

В.А.Докичев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: