Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА БУЙЫ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ

Просмотров: 881

ВОЛГА БУЙЫ ИҠТИСАДИ РАЙОНЫ, РФ‑тың макроиҡтисади районлаштырыу берәмеге. Ҡалмыҡ, Татарстан респ., Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Әстерхан, Волгоград, Пенза, Ульяновск өлк. үҙ эсенә ала. Майҙаны — 537,4 мең км2. Халҡы — 17000,0 мең кеше. В.б.и.р. урбанизацияның юғары кимәле м‑н айырылып тора (73,6%), иң ҙур ҡалалар (2010; мең кеше): Һамар (1164,9), Ҡазан (1138,8), Волгоград (1020,8), Һарытау (837,9). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 25,0 кеше/км2. Терр‑яһы урман, урман‑дала, дала һәм ярымсүл тәбиғәт зоналарында урынлашҡан. 1917 й. тиклем төрлө районлаштырыуҙарҙа В.б.и.р. варианттары осраған, 20‑се йй. башында, ГОЭЛРО планына ярашлы, Волга иҡт. р‑ны бүленә, 1963 й. алып СССР‑ҙың Дәүләт планы селтәрендә — В.б.и.р., 1982 й. (БАССР уның составынан сыҡҡандан һуң) — хәҙ. сиктәрендә (ҡара: Иҡтисади районлаштырыу). В.б.и.р. — Рәсәйҙең үҫешкән индустриаль‑аграр районы. Урал иҡтисади районы м‑н бергә (ҡайһы ваҡыт уларҙы Урал— Волга буйы макротөбәгенә берләштерәләр) үҙләштерелгән көнбайыш һәм киләсәктә үҙләштереләсәк көнсығыш терр‑ялар араһында мөһим геогр. урынды биләй. РФ‑тың Көнбайыш иҡт. зонаһына инә. Төп тәбиғәт ресурстары — агроклимат һәм һыу ресурстары, ер, балыҡ, рекреацион  ресурстар; файҙалы ҡаҙылмаларға бай: яғыулыҡ (нефть — ТР‑ҙа, Һамар өлк., Каспий диңгеҙе шельфында; тәбиғи газ — Әстерхан өлк.), химик (тоҙ — Әстерхан һәм Волгоград өлк. һ.б.), төҙөлөш (күп төбәктәрҙә цемент сеймалы) һәм башҡалар. В.б.и.р. машиналар эшләүҙә, нефтехимия сәнәғәтендә, химия сәнәғәтендә, гидроэлектроэнергетикала, агросәнәғәт комплексында махсуслаша. Т. юл, үткәргес торба, йылға транспорты үҫешкән. ТР м‑н тарихи, соц.- мәҙәни һәм сәйәси мөнәсәбәттәр, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлк. м‑н магистраль транспорт юлдары булыу арҡаһында, Башҡортостан Республикаһы В.б.и.р. м‑н бик тығыҙ бәйләнештә тора. 

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019