Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА

Просмотров: 1432

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА, ҡала торамаһы категорияһы. РФ‑та, ғәҙәттә, халыҡ һаны 3 мең (курорт ҡасабалары өсөн — 2 мең) кешенән дә кәм булмаған, уның 85%‑тан күберәге ауыл хужалығынан тыш тармаҡтарҙа эшләгән, сәнәғәт, рекреация, транспорт һ.б. функцияларҙы башҡарған, ҡала статусын алыу өсөн етерлек үҫешмәгән торама пункт. БР‑ҙа, ҡануниәткә ярашлы, Ҡ.т.ҡ. 1 меңдән күберәк кеше йәшәгән, иҡт. үҫеш мөмкинлектәре булған торама йәки курорт (дача) ҡасабалары индерелергә мөмкин. Тәүге Ҡ.т.ҡ. 20 б. 20‑се йй. а.х. сеймалын, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү б‑са бер нисә бәләкәй предприятиеһы булған торама пункттар (сәнәғәт пункттары) булараҡ барлыҡҡа килә: Бәләбәй кантонында — Дәүләкән, Раевка, Түб. Троицк З‑ды (хәҙ. Түб. Троицк а.), Шөңгәккүл; Стәрлетамаҡ кантонында — Красноусол З‑ды (хәҙ. Красноусол а.); Тамъян-Ҡатай кантонында — Тирлән З‑ды (хәҙ. Тирлән а.); Өфө кантонында — Благовещен З‑ды (хәҙ. Благовещен ҡ.), Шишмә. 30‑сы йй. алып Ҡ.т.ҡ. эшсе һәм курорт ҡҡ. булараҡ теркәлә. 1932 й. Черниковка (ҡара: Черниковск) һәм Дәүләкән эшселәр ҡасабалары булған; 1939 й. мәғлүмәттәр б‑са, Башҡортостанда 21 эшселәр һәм курорт, ш. уҡ 9 совхоз ҡасабаһы, 1953 — 30, 1959 — 32, 1972 — 38, 2002 й. — 40 Ҡ.т.ҡ. иҫәпләнгән (ҡара: табл.). Респ. Ҡ.т.ҡ. араһында башлыса тар махсуслашҡан, ш. уҡ юлдаш ҡасабалар өҫтөнлөк иткән. Респ. Ҡ.т.ҡ. сәнәғәт үҙәктәренә һәм сәнәғәт пункттарына (бөтәһе 15): Ҡандра, Приют, Семилетка, Серафимов, Туҡан, Түб. Троицк, Түбә, Үрге Әүжән, Әмзә һ.б.; транспорт-төҙөлөш пункттарына: Инйәр, Йомағужа, Оло Теләк, Собханғол; күп функциялы (административ район үҙәктәре): Ермолаевка, Иглин, Красноусол, Николо-Берёзовка, Раевка, Шишмә; күсеш тибындағы (махсуслашыуҙы үҙгәртеү): Миндәк, Мөрсәлим, Павловка, Тирлән; агросәнәғәт пункттарына: Аксёнов, Ергән, Төйәләҫ; рекреацион: Аксаков, Шафран; соц. учреждениелар үҫешкән Ҡ.т.ҡ.: Воскресенск, Маячный, Первомайский, Урман — бүләләр. Ваҡыт үтеү м‑н ҡайһылары махсуслашыуын үҙгәртә, мәҫ., Красноусол (элек быяла эшләү, хәҙ. курорт үҙәге); “ресурслы” тип аталған ҡасабалар файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеп бөтөү йәки ағас әҙерләү тамамланыу сәбәпле юҡҡа сыға (Әбйәлил р‑ны Баҡырүҙәк ҡасабаһы) йәки, махсуслашыуын юғалтып, ауыл биләмәләре дәрәжәһенә күсерелә (Воскресенск, Первомайский). 2005 й. илдә үткәрелгән адм. реформалар һөҙөмтәһендә респ. Ҡ.т.ҡ., Приют һәм Шишмә ҡасабаларынан башҡа, ауыл торама пункттарына әйләндерелә.

И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Башҡортостан Республикаһының ҡала тибындағы ҡасабалары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019