Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИЮТ РАЙОНЫ

Просмотров: 1092

ПРИЮТ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Бишбүләк р‑ндары, көнбайышта ТАССР м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Бәләбәй кантоны улустарынан ойошторолған (ҡара: Административ район). 1932 й. 20 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Бәләбәй һәм Бишбүләк р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны — 1542 км2. Район үҙәге — Приют ауылы. Районда 19 ауыл советы, 172 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 37,2 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен сусҡа үрсетеүгә, иген культуралары үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 34 колхоз, совхоз (“Спартак”), элеватор, тирмән, 42 дөйөм белем биреү мәктәбе, район дауаханаһы, мәҙәниәт һарайы булған. “Коммуна байрағы” гәз. сыҡҡан.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: