Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕҢБАШ

Просмотров: 651

МЕҢБАШ (Vaccaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның, Азияның уртаса бүлкәттәрендә, ш. уҡ Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда пирамидаль М. үҫә. Бер йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—60 см. Һабаҡтары төҙ, шыма, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы. Япраҡтары буҙ‑йәшел, ланцет‑йомортҡа формаһында, төбөндә парлап ҡушылып үҫкәндәр. Сәскәләре алһыу төҫтә, ситендә киртләсле ҡайтарма м‑н, һабаҡ осонда урынлашҡан оҙон сәскә һаптарында; ҡалҡан рәүешле кәүшәк сәскәлектәргә йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емеше — шар формаһындағы ваҡ төйөрсәле орлоҡтары булған күп орлоҡло овал ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Болондарҙа, баҫыу һәм ҡалдауҙарҙа үҫә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөнән башҡа респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ағыулы орлоҡло ҡый үләне. Составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: