Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВ Григорий Кузьмич

Просмотров: 1243

ПЕТРОВ Григорий Кузьмич [19.12.1931, БАССР-ҙың Яңы Ҡарамалы р-ны Мәсәле а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны) — 17.9.2016, Мәскәү], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). 1950 й. башлап “Башкирнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.): быраулаусы, 1953 й. алып быраулау мастеры, 1960 й. башлап бригадир; 1964–92 йй. — Төмән өлк. нефть сығарыу пр-тиеларында эшләй. Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. Ленин (1966, 1973), Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Каждый становится героем. Свердловск, 1979.

Әҙәб.: Смирнов Н.П. Было на Самотлоре. М., 1982.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.11.2019
Связанные темы рубрикатора: