ПОЛИГРАФИЯ СӘНӘҒӘТЕ
ПОЛИГРАФИЯ СӘНӘҒӘТЕ, төрлө баҫма продукция (гәзит, китап, журнал, бланк, календарҙар һ.б.) һәм ҡағыҙ изделиелар (дәфтәр, блокнот, контора кенәгәләре һ.б.) етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. Өфөлә типографиялар 1801 й. императрица Екатерина II указы, 60‑сы йй. аҙ. — Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) указы б‑са асыла. 1893 й. ҡарата Губернская, М.Гран, Н.О.Делинскийҙың “Печать” типографиялары, Н.К.Блохиндың баҫмаханаһы, И.С.Перов һәм К°, Н.А.Безбородовая, В.К.Шлегер типолитографиялары, И.П.Зайков пароваяһы һ.б.; Бөрө ҡ. — Кибардин һәм К° баҫмаханаһы, П.В.Иконников типографияһы һ.б.; Стәрлетамаҡ ҡ. — А.Бусыгин типографияһы һ.б. эшләй. 1918 й. национализацияланалар, Өфөлә урынлашҡандары “Октябрьский натиск” типографияһына берләшә (1922). 60‑сы йй. ҡала һәм район гәзиттәренең 55 редакцияһы, 55 полиграфия пр‑тиеһы һ.б. эшләй. 2004 й. тармаҡта 140 пр‑тие була (ш. иҫ. “Башҡортостан”, “Белая река” нәшриәттәре, Өфө полиграфкомбинаты), БР‑ҙа сәнәғәт продукцияһы етештереү күләменең 0,3%‑ы П.с. өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.). П.с. өсөн белгестәр Педагогия университетында, һөнәрселек лицейы №1 һ.б. әҙерләнә.
И.В.Лаврешина
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Башҡортостанда баҫма продукция етештереү
|
1917 |
1928 |
1940 |
1960 |
1980 |
2000 |
2004 |
2007 |
Китаптар һәм брошюралар: баҫма берәмек тиражы, млн экземпляр |
|
|||||||
102 |
208 |
314 |
395 |
369 |
953 |
1367 |
1659 |
|
0,08 |
0,4 |
0,8 |
1,6 |
3,8 |
1,7 |
1,9 |
1,7 |
|
Журналдар һәм башҡа периодик баҫмалар: баҫма һаны йыллыҡ тираж, млн экземпляр |
|
|||||||
– |
13 |
14 |
23 |
8 |
37 |
62 |
84 |
|
– |
– |
– |
1,2 |
5,3 |
2,3 |
2,3 |
5,1 |
|
Гәзиттәр: баҫма һаны бер тапҡыр баҫылған тираж, млн экземпляр йыллыҡ тираж, млн экземпляр |
|
|||||||
– |
8 |
119 |
109 |
162 |
190 |
276 |
331 |
|
– |
0,02 |
0,4 |
0,5 |
1,5 |
2,2 |
4,3 |
5,4 |
|
– |
– |
– |
106,0 |
300,0 |
173,7 |
233,5 |
261,5 |