Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ПОЛИЭФ”

Просмотров: 733

“ПОЛИЭФ”, ААЙ. Полиэтилентерефталат етештерә. Рәсәйҙә берҙән‑бер таҙартылған терефталат к‑таһын етештереүсе. Благовещен ҡ. урынлашҡан. Составына таҙартылған терефталат к‑таһы (2005 й. ойошторола) һәм полиэтилентерефталат (2008) производстволары, водород ст. (2005), шыйыҡ һәм газ хәлендәге ҡалдыҡтарҙы термик юл м‑н зарарһыҙландырыу ҡоролмаһы (2004) һ.б. инә. 2008 й. 1445 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә һатыла. 1991 й. “Химволокно” Башҡ полиэфир комплексы төҙөлә башлай, 1992 й. “Батекс” ЯАЙ итеп үҙгәртелә, ш. уҡ йылда төҙөлөш туҡтатыла. 1995 й. “П.” ААЙ ойошторола, 2005 й. таҙартылған терефталат к‑таһы етештерелә башлай. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (“Лучшие товары Башкортостана”; 2008) конкурсы лауреаты. Пр‑тие м‑н Й.М.Әбдрәшитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: