ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович
1113
ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович (яҡынса 1856, Өфө — 1925, шунда уҡ), соц. гигиенист. Мед. д‑ры (1890). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1884) шунда уҡ эшләй. 1902 й. алып Өфөлә: губерна земство дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы), 1908—21 йй. земство ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ мәктәбенә (ҡара: Медицина колледжы) нигеҙ һалыусы һәм директоры. Фәнни эшмәкәрлеге микробиологияны, патологик анатомияны өйрәнеүгә арналған. Өфө губ. табиптары йәмғиәте рәйесе.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: