Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИКЛИНИКАЛАР

Просмотров: 945

ПОЛИКЛИНИКАЛАР (нем. рoliklinik), халыҡты һауыҡтырыу, ауырыуҙарҙың үҫешен һәм уларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү б‑са дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү һәм иҫкәртеү саралары комплексын тормошҡа ашырыу өсөн күп профилле йәки махсуслаштырылған дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. П. үҙ аллы, стационар м‑н берләштерелгән, ҡала, ҡала балалар, стоматология, балалар стоматологияһы, үҙәк район һ.б. төрҙәргә бүленә. П. структураһында регистратура, дауалау‑иҫкәртеү, өҫтәлмә диагностика, иҫкәртеү, тергеҙеү һ.б. бүлектәр (кабинеттар) бар. Башҡортостанда 1913 й. 69 ам‑ булатория эшләгән (халыҡҡа дауахананан тыш терапия, хирургия, стоматология, ш. уҡ педиатрия, акушерлыҡ‑гинекология мед. ярҙамы күрһәтелгән), 1937 й. — 345. 1924 й. Өфөлә Үҙәк амбулатория (хәҙ. 1‑се П.) асыла. 50‑се йй. ҡайһы бер эре амбулаториялар П. статусын ала. 60‑сы йй. башына респ. 536 амбулатория, поликлиника учреждениеһы һәм һаулыҡ пункты; 239 ҡатын‑ҡыҙҙар, балалар консультацияһы һәм поликлиникаһы иҫәпләнә; П. эшмәкәрлеге мед. хеҙмәтләндереүҙең участка принцибына күсерелә. 1984 й. амбулатор‑поликлиник учреждениелар ҡеүәте сменаға 85780 кешегә (1960 й. — 21400) етә. 1985 й. респ. П. 1054 терапия һәм 690 педиатрия участкаһы эшләй; бөтә халыҡты диспансерлаштырыуға күсеүгә бәйле П. 65 иҫкәртеү бүлеге булдырыла. 2008 й. БР‑ҙа 20 муниц. (сменаға 10425 кеше ҡабул итә), 8 балалар ҡала (5225), 1 хужалыҡ иҫәбендәге (130), 17 стоматология (4770), 4 балалар стоматологияһы (1065), вуздарҙың 1 стоматология (300), 2 хужалыҡ иҫәбендәге стоматология П. (135); 146 амбулатория (6105) эшләй.

Н.Х.Шәрәфетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019