Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИОМИЕЛИТ

Просмотров: 931

ПОЛИОМИЕЛИТ (гр. polioјs — һоро һәм myeloјs — арҡа мейеһе), б а л а л а р ҙ ы ң  а р ҡ а ф а л и ж ы, кешенең инфекцион ауырыуы. Энтеровирустар затының Poliovirus hominis вирусы тыуҙыра, тышҡы мөхиткә тотороҡло, йылытыуға, дезинфекциялаусы сараларға һиҙгер. Йышыраҡ 3—6 айҙан алып 7 йәшкә тиклемге балалар ауырый. Нервы системаһын зарарлаған П. айырыла: фалижһыҙ (менингеаль), фалижлы (арҡа һәм баш мейеһенең урыны м‑н зарарла‑ ныуы); зарарһыҙ (абортив, висцераль); киҫкен фалижлы, вакцина м‑н берләштерелгән; инаппарантлы (вирус йөрөткән). Ауырыу аш һеңдереү юлы йәки һауа аша йоға. Инкубация осоро: 7—12 көн. Төп симптомдары: биҙгәк тотоу, баш ауыртыу, эс китеү, ҡоҫоу, йоҡо баҫыу, аяҡ‑ҡул һыҙлауы, ауырыу башланғандың 1—6 көнөнән һуң периферия фалижының үҫеп китеүе бар (йышыраҡ аяҡта). Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник, лаб. (вирусологик, серологик һ.б.) һәм функциональ (электромиография) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (симптоматик), физиотерапевтик (УВЧ терапияһы, диатермия һ.б.). Иҫкәртеү: тере полиомиелитлы перораль йәки инактивирланған инъекцион вакцина м‑н иммунизациялау. И.И.Мечников ис. Өфө эпидемиология һәм микробиология ҒТИ‑нда (ҡара: “Иммунопрепарат”) 20 б. 40‑сы йй. П. эпидемиологияһы (М.М.Барац, Г.Н.Любимова‑Скворцова, В.Н. Марков‑Осоргин, В.А.Стригин) өйрәнелә. Респ. санитария‑эпидемиология ст. 50‑се йй. Н.А.Катыковская етәкс. П. вирустарын айырып алыу һәм идентификациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) П. булғанда неврологик боҙолоштар барышы үҙенсәлектәре һәм патогенезы (Н.Ф.Воробьёв, В.М.Попова, Н.И.Савченко), 70— 80‑се йй. — П. эпидемиологияһы, клиникаһы, уны иҫкәртеү (Е.В.Лещинская, Э.В.Фельдман) өйрәнелә, П. ҡалдыҡ билдәләре булған ауырыуҙарҙы тергеҙеүсе, ш. иҫ. “Красноусол” шифаханаһының дауалау факторҙарын файҙаланып (Ә.С.Мифтахова), дауалау ысулдары эшләнә. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып халыҡты планлы рәүештә вакцинациялау үткәрелә, 2000 й. — П. бөтөрөү программаһы бойомға ашырыла, 2002 й. респ. П. азат терр‑я статусын ала.

Ф.М.Байбаҙарова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: