Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР

Просмотров: 1250

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар, улар сирле кешенән йәки хайуандан һау кешегә йоға. Һәр бер И.а. айырым бактерия, вирус, бәшмәк, риккетсия һ.б. тыуҙыра. И.а. күбеһенә киң таралыу һәләте, патологик процесс барышының цикллығы һәм инфекциянан һуң иммунитет формалашыу хас.

Кешенең И.а. Кеше ауырыуҙарының дөйөм структураһында 30—40% тәшкил иткән 1200‑ҙән ашыу И.а. билдәле. Ауырыу тыуҙырғыстың йоғоу ысулы б‑са И.а. антропоноздарға (сығанағы — кеше), зооноздарға (хайуан), антропозооноздарға (кеше һәм хайуан) бүленә. Кеше организмында ауырыу тыуҙырғыстың урынлашыуына һәм уны йоҡтороуҙың төп механизмына бәйле И.а. фекаль-ораль юл м‑н эләккән эсәк (дизентерия, ҡорһаҡ тифы, паратифтар һ.б.), һауа аша йоҡҡан тын юлы (грипп, дифтерия, ҡыҙылса һ.б.) ауырыуҙарына, ауырыу ҡан һурғыс быуынтығаяҡлылар аша йоҡҡанда барлыҡҡа килгән ҡан трансмиссив (сабыртмалы тиф, талпан энцефалиты, тапма һ.б.), ҡарында уҡ һәм ҡайһы бер дауалау‑диагностикалау манипуляциялары һәм көнкүреш йәрәхәттәре ваҡытында эләккән трансмиссив булмаған (ВИЧ‑инфекция, В, С, D гепатиттары һ.б.), аралашыу ваҡытында тире йәки лайлалы тиресә аша йоҡҡан тире (сифилис, тиренең бәшмәк ауырыуы, трахома һ.б.) ауырыуҙарына бүленә. Үтә хәүефле (эпидемияға һәм пандемияға әүерелә алған сәсәк, һары биҙгәк, ваба, чума), балаларҙың (һыу сәсәге, сәсәтмә, ҡыҙылса һ.б.), башлыса енси юл м‑н йоҡҡан (гонорея, сифилис, йомшаҡ шанкр һ.б.) И.а. була. И.а. барлыҡҡа килеүенә иммунитеттың түбәнәйеүе, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү, соц. сәбәптәр һ.б. булышлыҡ итә. Организмға И.а. тыуҙырғыстарының йәшәү эшмәкәрлеге продукттары (микроб токсиндары) тәьҫире, ш. уҡ ауырыу кешенең ағзалары микроорганизмдар м‑н зарарланған ваҡытта күҙәнәк һәм туҡыма тарҡалыу һөҙөмтәһендә И.а. айырыуса хас клиник билдә — ағыуланыу (биҙгәк тотоу, баш ауыртыу, тахикардия, ҡоҫоу, хәлһеҙлек һ.б.) күренә. Күпселек И.а. тәнгә, һирәгерәк — лайлалы тиресәгә сабыртма сығыу (уның сығыу ваҡыты, урыны һәм морфологияһы һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас була) м‑н оҙатыла; ҡайһы бер И.а. ваҡытында лимфа системаһының (лимфаденит, полиаденит), быуындарҙың (моно‑, поли‑ һәм периартрит) зарарланыуы, гепатолиеналь синдром барлыҡҡа килеүе (бауыр һәм талаҡтың ҙурайыуы), йөрәк-ҡан тамырҙары, үҙәк нервы һ.б. системаларының эшмәкәрлеге боҙолоуы күҙәтелә. И.а. барышында инкубация (ауырыу тыуҙырғыстың организмға үтеп инеүе һәм ауырыу билдәләре беленгәнгә тиклем), продрома (сир билдәләре), ҡыҙыу (специфик билдәләр барлыҡҡа килеү) һәм реконвалесценция (һауығыу) осорҙары бүлеп ҡарала, ауырыуҙың хроник формаға күсеүе мөмкин. Күпселек И.а. үткәргән кешеләр әүҙем (инфекциянан һуңғы) иммунитетҡа эйә була, ул ҡайһы бер И.а. ваҡытында бер нисә йыл йәки тиҫтә йылдар һаҡлана, башҡаларында — 2 йылға тиклем. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник, лаб. һәм инструменталь тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз (микробҡа ҡаршы саралар), иммунотерапия, патогенетик синдромаль терапия, ауыр формаларҙа — дезинтоксикация саралары һ.б. И.а. айырыуса хәүефле өҙлөгөүҙәре: инфекцион токсикоз шогы, тромбогеморрагик синдром, баш мейеһе шешенеүе, киҫкен тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары, бөйөр, бауыр эшмәкәрлегенең түбәнәйеүе һ.б. И.а. иҫкәртеү өсөн санитария‑иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар үткәрелә; прививкалауҙың милли календарына ярашлы, халыҡҡа В гепатиты вирусы, дифтерия, ҡыҙамыҡ, ҡыҙылса, полиомиелит, сәсәтмә, туберкулёз, һын ҡатыу ауырыуы, эпидемик паротитҡа ҡаршы планлы вакцинация эшләнә. Организмдың И.а. ҡаршы специфик булмаған резистентлығын күтәреүгә сәләмәт йәшәү рәүеше, сынығыу, физик культура м‑н шөғөлләнеү, иммунитетты күтәреүсе һәм витаминлы препараттар ҡулланыу, фитотерапия һ.б. булышлыҡ итә. И.а. барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, механизмдарын, уларҙы танып белеү, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын клиник медицинаның ошо уҡ исемле бүлеге өйрәнә, ул иммунология, микробиология, паразитология һәм эпидемиология м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда 18—19 бб. И.а. ҡаршы тейешле көрәш саралары һәм квалификациялы мед. ярҙамы булмауы, халыҡтың йәшәү кимәле түбән булыуы арҡаһында был ауырыуҙар киң таралған була; улар халыҡ, бигерәк тә балалар үлеменең төп сәбәпселәренең береһе булған (ҡара: Халыҡ һаулығы). Әүҙем иҫкәртеү (иммунизация), яңы дарыуҙар ҡулланыу, санитария‑эпидемиология хеҙмәтен ойоштороуҙы камиллаштырыу 20 б. 50—60‑сы йй. респ. халҡының ҡорһаҡ тифы, вируслы А гепатиты, дизентерия, дифтерия, талпан энцефалиты, сәсәтмә, ҡыҙылса, тапма, киҫкен эсәк инфекциялары, сальмонеллёз, һын ҡатыу ауырыуы һәм эпидемик паротит һымаҡ И.а. кәметеү б‑са иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәле системаһын булдырыуға булышлыҡ итә. И.а. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. башында Бактериология ин‑тында (ҡара: “Иммунопрепарат”) үткәрелә башлай. 1910 й. Өфөлә йоғошло ауырыу м‑н ауырығандар өсөн дауахана (хәҙ. 4‑се инфекцион клиник дауахана) асыла. 1936 й. БДМИ‑ла И.а. кафедраһы асыла, унда эпидемиология, ауырыуҙың патогенезы, диагностикаһы, дауалау һәм иҫкәртеү, географик патология мәсьәләләре (Д.Ә.Вәлишин, Б.В.Сөләймәнов, Д.Х.Хунафина, Р.Ф.Әбдрәшитов һ.б.) өйрәнелә. Кешенең И.а. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр ш. уҡ БР Фәндәр академияһының мед. бүлегендә, БР‑ҙың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, Күҙ ауырыуҙары институтында, Тире‑венерология диспансерында, Туберкулёзға ҡаршы диспансерҙа һ.б. алып барыла.

Хайуандарҙың И.а. Инфекция тыуҙырғысҡа бәйле рәүештә хайуандарҙың бактериаль (йәш мал колибактериозы, лептоспироз, түләмә һ.б.), вируслы (бешмә, ҡотороу ауырыуы, сәсәк һ.б.), бәшмәк (микроспория, трихофития һ.б.) ауырыуҙары була. Ауырыу алиментар (сусҡа килаһы, сальмонеллёз һ.б.), респиратор (пастереллёз, туберкулёз һ.б.), трансмиссив (йылҡының инфекцион анемияһы, йылҡының инфекцион энцефаломиелиты, туляремия һ.б.) юл м‑н һәм йәрәхәтләнгән тире аша (ҡотороу, некробактериоз, һын ҡатыу ауырыуы һ.б.) йоға. Хайуандарҙың күпселек И.а. кеше өсөн хәүефле (ҡотороу, бруцеллёз, түләмә һ.б.). Диагностика эпизоотологик, клиник, патологоанатомик, лаб. ысулдар комплексын файҙаланыуға нигеҙләнә. Дауалау: медикаментоз, вакцинотерапия һ.б. Иҫкәртеү: вакцинация, диагностик тикшереүҙәр, малдарҙы күсереүгә һәм малсылыҡ продукттарын ташыуға ветеринария‑санитария күҙәтеүе һ.б. Респ. йыл һайын үткәрелгән комплекслы диагностик тикшереүҙәр, хайуандарҙы вакцинациялау һәм һауыҡтырыу саралары бруцеллёз, йылҡының инфекцион анемияһы, маңҡа ауырыуы, туберкулёз һ.б. хәүефле ауырыуҙарҙы бөтөрөүгә ярҙам итә. Хайуандарҙың И.а. патогенезын, патоморфологияһын өйрәнеү, диагностика, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләү һәм камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр (ҡара: Эпизоотология) Аграр университетта (Р.Ф.Ғәлиев, А.И.Иванов, Ю.В.Кириллова, У.Ғ.Ҡадиров, Ғ.Н.Моратшин, Ф.Ғ.Мөфтиев, Е.Н.Сковородин, И.Ф.Әбсәләмов һ.б.), Ветеринария лабораторияһында (В.М.Болдырев, А.М.Буканов, В.С.Буранбаев, Б.Ә.Ғәлимов, Ғ.Х.Ишуков, И.Ф.Коновалов, Ю.М.Ниғмәтуллин һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Научные труды БашНПВЛ: посвящается 105-летию образования ветеринарной лаборатории в Башкортостане. Уфа, 2002; Актуальные вопросы инфекционной патологии в клинической практике: сб. науч. трудов. Уфа, 2006.

У.Ғ.Ҡадиров, Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: