Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛЛИНОЗ

Просмотров: 824

ПОЛЛИНОЗ (лат. рollen — һеркә), б е с ә н б и ҙ г ә г е, организмдың аллерген үҙенсәлектәре булған үҫемлектәр һеркәһенә артыҡ ныҡ һиҙгерлеге арҡаһында тыуған аллергик ауырыу. Шундай үҫемлектәр сәскә атҡан осорҙа барлыҡҡа килә. Төп симптомдары: сөскөрөү, тымаулау, күҙҙән йәш ағыу, яҡтыға күҙ сағылыу, күҙ ҡабаҡтарының ҡыҙарыуы һәм шешеүе (риноконъюнктиваль синдром), бронхылар спазмы (һеркә бронхиаль астмаһы) булыуы, тән тиреһе, урогениталь өлкә һ.б. зарарланыуы ихтимал. Диагностика өсөн анамнез, тире һәм аллергендар м‑н провокация һынауҙары, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: көсәйгән осоронда — аллерген м‑н контактты бөтөрөү, медикаментоз (антигистамин, гормональ һ.б.); ремиссия ваҡытында — организмдан аллергенды сығарыу, миҙгелләп һәм йыл әйләнәһенә махсус аллерген иммун терапияһы. Башҡортостандың 10%‑ҡа яҡын халҡы П. м‑н ауырый. Медицина университетында П. эпидемиологияһы өйрәнелә, диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла, пациенттар өсөн белем биреү программалары эшләнә (Х.Х.Ганцева), дауалай торған аллергендар (В.А. Стригин), П. үҫешенең патофизиологик механизмдары (А.З.Фаюршин), организмдың шәкәр сөгөлдөрө һеркәһенә сенсабилизацияһы патогенезы (М.В.Арыҫланова, Стригин, С.А.Яруллина), балаларҙа П. таралышы (А.Р. Бикташева) тикшерелә.

Әҙәб.: Комплексное лечение больных с аллергическим поражением органов дыхания. Уфа, 1999.

Х.Х.Ганцева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: