Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

Просмотров: 1369

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, организмдың аллергендар тәьҫиренә яуап биреү һәләтлеге үҙгәргәндә барлыҡҡа килә. А.а. поллиноз, атопик дерматит, бронхиаль астма, кесерткән биҙгәге, Квинке шешенеүен һ.б. индерәләр. А.а. барлыҡҡа килеү сәбәптәре: тире ҡатламдарының һәм лайлалы тиресәләрҙең үткәреүсәнлеге артыуы, барлыҡҡа килеп тороусы антиесемдәрҙең һаны һәм үҙенсәлектәре, организмда төрлө медиаторҙарҙың нисбәте үҙгәреүе, яңы барлыҡҡа килеүсе медиаторҙарға туҡымаларҙың, ағзаларҙың, системаларҙың реакцияһы үҙенсәлектәре. Аллергендар организмға тын алыу ағзалары, тире ҡатламы, ашҡаҙан-эсәк юл һәм инъекциялар аша эләгә. А.а. диагностикаһы аллергологик анамнезға, һынауҙар һәм тестар ярҙамында аллергенды асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәргә нигеҙләнә. Дауалау: аллергендың организмға тәьҫирен бөтөрөү, махсус аллерген иммунотерапияһы (гипосенсибилизация) — А.М.Безредка алымы б‑са аллергендың бәләкәй дозаларын, яйлап арттыра барып, организмға күп тапҡыр индереү (был ваҡытта организмда антиесемдәр барлыҡҡа килә, аллергенға ҡарата һиҙеүсәнлек “юғала”); глюкокортикостероидтар, бронхолитиктар файҙаланып патогенетик һ.б.

Башҡортостанда тын алыу ағзаларын зарарлаусы А.а. өҫтөнлөк итә. Ҡалала йәшәгән балаларҙың ауырыу кимәле ауыл ерендә йәшәгәндәренә ҡарағанда юғарыраҡ (66,7 %). А.а. дауалау һәм диагностикалау проблемалары Медицина университетында өйрәнелә (Н.А.Арефьева, Ә.Н.Бикбулатова, Х.Х.Ганцева). Белем биреү программаһы эшләнгән, Бәләбәй, Октябрьский, Өфө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. “аллерго-мәктәптәр” ойошторолған. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында илдә беренсе тапҡыр иммуноглобулиндың аллергияға ҡаршы үҙенсәлектәре тикшерелә, гистаглобулин, аллергияға ҡаршы иммуноглобулин, тригистаглобулин (С.Ә.Йәнекәева, Н.В.Кызина, В.А.Стригин, В.А.Трофимов), бәшмәк аллергияһын диагностикалау өсөн 8 препарат (А.Ф.Кибкалова, В.А.Штритер), поллиноздарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн үҫемлектәр һеркәһенән 20 аллерген (В.Б.Волынец, Стригин) эшләп сығарыла һәм производствоға индерелә. Шулай уҡ ҡара: Аутоаллергия ауырыуҙары.

Х.Х.Ганцева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: