Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИКУЛИТ

Просмотров: 1086

РАДИКУЛИТ (лат. radicula — тамырса), арҡа мейеһе нервылары тамырсаларының зарарланыуы арҡаһында ваҡыты‑ваҡыты м‑н көсәйә торған хроник ауырыу. Ауыртҡан урынына бәйле бил‑һигеҙгүҙ, муйын- күкрәк һәм муйын Р. айырыла. Үҫеш сәбәптәре: остеохондроз, тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәре, умыртҡалыҡтың травмалары, эске ағза ауырыуҙары, периферик нервы системаһында, һөйәк‑бәйләүес аппаратында шештәр һ.б. Төп билдәләре: зарарланған тамырсалар тупланған урында ауыртыу, умыртҡалыҡтың хәрәкәтләнә алыуының сикләнеүе, һиҙеү‑тойоуҙың һәм хәрәкәттең ҡаҡшауы (йышыраҡ аяҡ‑ҡулдарҙың дисталь бүлектәрендә). Диагностика өсөн нейроортопедик методикалар, нейровизуализация тикшеренеүҙәре (рентгенография, компьютер һәм магнит- резонанс томографияһы), электронейромиография һ.б. ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (ауыртыуҙы баҫа торған, спазмолитик, нестероид шешеүгә ҡаршы препараттар, анестетиктар файҙаланып блокаданың паравертебраль һәм башҡа төрҙәре), физиотерапия, энә‑рефлекс, бальнеоһәм мануаль терапия, дауалау физкультураһы, ортездар кейеп йөрөү. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: табан парезы, янбаш ағзалары функцияларының боҙолоуы һ.б. Иҫкәртеү: кәүҙәне дөрөҫ тотоу, умыртҡалыҡҡа кәрәк тиклем физик нагрузка биреү, хеҙмәт һәм ялды рациональ алмаштырып тороу. Башҡортостанда Р. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. башлап Медицина университетында алып барыла (ҡара: Дорсалгия).

Ю.О.Новиков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: