Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

Просмотров: 998

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, 1949 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Төҙөлөш идаралығы эргәһендә Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1950 й. алып Баш урман контораһы, 1955 й. — Ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү контораһы, 1958 й. — Ағас эшкәртеү заводы. 1963 й. башлап Башҡ. төҙөлөш идаралығының Салауат ағас эшкәртеү з‑ды, 1963 й. майынан С.а.э.к., 1965 й. алып “Башстройдеталь” ПБ составында, 1994 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. 1998 й. составына погонаж, механика, мебель (бөтәһе лә 1949—52 йй. ойошторолған), ағас әйберҙәр эшләү (1960), таҡта ярыу (1970) цехтары, киптереү камералары (1975), паркет (1977), ишек һәм тәҙрә ҡаптары (1980) цехтары ингән. 1998 й. 163 кеше эшләгән. Ишек һәм тәҙрә блоктары, ярылған ағас, иҙән таҡталары етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. Пр‑тие м‑н Б.Ф.Любимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: