Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ОПТИКА-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 1066

САЛАУАТ ОПТИКА‑МЕХАНИКА ЗАВОДЫ. 1977 й. төҙөлгән, 1980 й. файҙаланыуға тапшырылған, 1981 й. тәүге призма алына, 1987 й. — балалар өсөн оптик уйынсыҡтар, 1988 й. — мед. приборҙары (диоптриметр, фотоколориметр), 1989 й. — концентрацион фотоэлектр колориметрҙары, 1990 й. — пластмассанан санитар- техник изделиелар, лупалар, ишек өсөн күҙсектәр һ.б., 1993 й. оптик прицел эшләп сығарыу үҙләштерелә. 1998 й. алып ДУП, 2010 й. ябыла. Күҙәтеү өсөн оптик (төрлө модификациялы биноклдәр һ.б.) һәм мед. приборҙары эшләп сығарған. Составына оптика, механика, ҡойоу, йыйыу, инструмент, ремонт, стандарт булмаған ҡорамал цехтары һ.б. ингән. 2004 й. 300‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑та, донъяның 50‑нән ашыу илендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: