Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕВЕРЯНКА, судан үләне сорты.

Просмотров: 680

СЕВЕРЯНКА, судан үләне сорты. 1991 й. Ф.Х.Лоҡманова, Ә.Н.Биктимеров, В.И.Никонов, Т.И.Бойкова тарафынан (БНИИЗиС) Бродская 2, Камышенская скороспелая, Лунинская һәм Пензенская ранняя сорттарынан иң продуктив үҙенән‑үҙе һеркәләнгән линияларҙы ике тапҡыр ҡайтанан ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 2,0—2,2 м, төҙ, нәҙек һабаҡлы, 5—8 быуын араһы бар, йығылмай. Япраҡлылығы 65—68%. Япрағы ҡыяҡ, бөтә үҫемлек буйлап тигеҙ урынлашҡан. Сәскәлеге — күп башаҡлы һепертке. Бөртөксәһе ваҡ, бер аҙ ялпаҡ. 1000 орлоғоноң ауырлығы 10—13 г. Уртаса өлгөрөүсән, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт. Ҡыҙыл бактериаль таптарға бирешмәй. Шытымдарҙан алып орлоҡтарының өлгөрөүенә тиклемге вегетация осоро 95— 105 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 388, бесән — 78, орлоҡ — 22,5; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 8,3—12,6% сей протеин бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2001—06). 1995 й. — Көнбайыш Себер, 1997 й. — Көнсығыш Себер, 2000 й. Алыҫ Көнсығыш төбәктәре б‑са ҡулланылышҡа индерелгән.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023