Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛЕКЦИЯ

Просмотров: 1432

СЕЛЕКЦИЯ (лат. selectio — һайлап алыу), үҫемлек сорттарын һәм гибридтарын, хайуан тоҡомдарын, микроорганизмдарҙың таҙа культураларын (штамдарын) сығарыу; агрономия һәм зоотехния бүлеге. С. ысулдары: һайлап алыу (артабан үрсетеү өсөн яңы формалар һайлау), гибридлаштырыу (төрлө нәҫелле организмдарҙы ҡушыу), мутагенез (радиация, химик матдәләр тәьҫире аҫтында мутацияға бирелеү), полиплоидия (хромосомаларҙың ике, өс һәм артығыраҡ йыйылмаһы булған формалар алыу). С. теоретик нигеҙе булып генетика тора. С. анатомия, биохимия, ботаника, физиология, цитология, экология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Тикшеренеү объектынан сығып, үҫемлектәр, хайуандар, микроорганизмдар С. айырыла.

Үҫемлектәр С. Төп йүнәлештәре — уңдырышлылыҡты, сифатты, һыуыҡҡа бирешмәүсәнлекте, ҡоролоҡҡа сыҙамлылыҡты, тоҙға тотороҡлолоҡто, ауырыуҙарға, зарарлы организмдарға һәм гербицидтарға бирешмәүсәнлекте, экологик һығылмалылыҡты, ашламаларҙы ҡабул итеүҙе һ.б. күтәреү. 20 б. башына тиклем С. киләсәктә үрсетеү өсөн иң яҡшы заттарҙы һайлап алыу юлы м‑н үҫешә. 1926 й. респ. баҫыу а.х. культуралары С. өлкәһендәге эш Шишмә а.х. тәж. станцияһында (ҡара: Үҫемлекселек__селекцияһы үҙәге) һәм Топорнин терәк‑помология пунктында (ҡара: Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге) С. бүлеген ойоштороуҙан башлана. С. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Ботаника баҡса‑институтында, Урман тәжрибә станцияһында, Бөрө тәж. баҫыуында (ҡара: Бөрө тәжрибә‑производство хужалығы) алып барыла. Башҡортостанда үҫемлектәр С. үҫтереүгә Ә.Н.Биктимеров, Р.И.Болотина, Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.К. Кадиков, О.А.Кравченко, С.А. Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, Ф.Х.Лоҡманова, Ғ.Ә.Мансуров, В.И.Никонов, Л.С.Новикова, В.Ф.Погодин, Б.К.Попов, В.П.Путенихин, Н.В.Руднев, А.М. Сабитов, А.С.Сахарова, Н.В. Старова, Л.Н.Стреляева, Н.Х.Сәғитов, Х.Н.Фәтҡуллин, В.Х.Хангилдин, Ә.Х.Шакирйәнов, М.Ғ.Әбдиева, Ә.В.Яфаев һ.б. ҙур өлөш индерә.

Хайуандар С. Төп йүнәлештәре: продуктлылыҡ, продукцияның сифаты, үрсемлелек, ауырыуҙарға бирешмәүсәнлек, стресҡа тотороҡлолоҡ һ.б. Башҡортостанда селекция‑тоҡомсолоҡ эше БДАУ‑ҙа, БНИИСХ‑ла, “Башҡортостан” ААЙ‑нда, “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ с‑зында һ.б. алып барыла. Малдарҙы тоҡом‑ара һәм төр‑ара ҡасырыу һөҙөмтәһендә һыйыр малы симменталь тоҡомоноң һәм голштин ҡара‑сыбар тоҡомоноң урал тибы, башҡорт атының “Ирәндек”, “Учалы” типтары, аҡ урал ҡаҙы, төҫлө башҡорт өйрәге тоҡомдары, өйрәктәрҙең “Благовар” кросы һ.б. сығарыла. Һыйыр малын — абердин‑ангус тоҡомо, аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомо, бестужев тоҡомо, герефорд тоҡомо, лимузин тоҡомо үгеҙҙәре м‑н; дюрок, йоркшир, ландрас, эре аҡ тоҡом, эре ҡара тоҡом сусҡаларын һ.б. сәнәғәт күләмендә ҡасырыу б‑са эштәр алып барыла. Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә бал ҡорттарының “Башҡортостан” тоҡомло тибы сығарыла (Ю.С. Исхаҡов, Ә.М.Ишемғолов һ.б.). БДАУ‑ҙа селекция тикшеренеүҙәре ДНК‑технологиялар ҡулланып алып барыла (И.Ю.Долматова), хайуандарҙың төрлө генотиптары һәм һөт продуктлылығының үҙ‑ара бәйләнеше (С.Ғ.Исламова), сит ил С. һыйыр малының генетик потенциалы, уның продуктив һәм хужалыҡ‑биол. үҙенсәлектәргә тәьҫире (С.М.Лоҡманов) өйрәнелә. С. теорияһына һәм а.х. малдарының тоҡомдарын яҡшыртыуға П.Д.Буслаев, Р.Р.Ҡотошов, В.С.Мөрсәлимов, И.А.Сайгин, Т.Ф.Сәйетбатталов, Х.Х.Таһиров, Н.Г.Фенченко, Ф.Б.Шакиров, А.Е.Шокуров һ.б. өлөш индерә. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, Тоҡомсолоҡ эше.

Микроорганизмдар С. Төп ысулдары — эксперименталь мутагенез һәм һайлап алыу. Микроорганизмдар араһынан кәрәкле мутациялары (аҙыҡ аҡһымы, дарыу матдәләре, витаминдар һ.б. бүлеп сығарыусы) булған заттар һайлана һәм продуктлылығы б‑са тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ булған штамдар алына. Микроорганизмдар С. өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәр Биология институтында, Биохимия һәм генетика институтында, “Иммунопрепарат”та алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Молекуляр биология.

Әҙәб.: Ж е б р о в с к и й Л.С. Селекционная работа в условиях интенсификации животноводства. Л., 1987; П р у д о в А.И., Д у н и н И.М. Использование голштинской породы для интенсификации селекции молочного скота. М., 1992.

Р.Р.Исмәғилев, С.М.Лоҡманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019