Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ

Просмотров: 1214

ЯҺАЛМА ҠАСЫРЫУ, инә малды аталандырыу маҡсатында уның енси юлдарына сперманы яһалма индереү ысулы. А.х. малдарын Я.ҡ. тоҡом етештереүселәрҙе интенсив ҡулланырға һәм ҡыҫҡа ваҡытта малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Я.ҡ. малды ҡасырыу ваҡытында йоға торған инфекцион ауырыуҙарҙы (бруцеллёз, вибриоз, лейкоз, трихомоноз, туберкулёз һ.б.) һәм түлһеҙлектеңҡайһы бер формаларын иҫкәртә. Бер нисә этаптан тора: ата малдан сперма алыу, уның сифатын баһалау, шыйығайтыу, туңдырыу, һаҡлау, иретеү һәм инә малдың енси ағзаларына индереү. Сперма енси юлдарға бер нисә ысул м‑н индерелә: еңсә ысулы — кәзәләрҙе, һыйырҙарҙы, йорт ҡуяндарын һәм һарыҡтарҙы; цервикаль (сперманы балаятҡы муйынтығы каналына индерәләр) — кәзәләрҙе, һыйырҙарҙы һәм һарыҡтарҙы; балаятҡы ысулы бейәләрҙе һәм сусҡаларҙы аталандырғанда файҙаланыла. Башҡортостанда малсылыҡта Я.ҡ. күпләп индереү колхоздар һәм совхоздар ойошторолоу м‑н башлана. 1928 й. БАССР‑ҙың Өфө кантоны Баҡалды а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) тәүге һыйыр малын Я.ҡ. пункттарының береһе ойошторола. 30‑сы йй. алып Башҡ‑н ипподромында бейәләрҙе Я.ҡ. пункты эшләй, уның базаһында 1956 й. Дәүләкән, Иглин, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй р‑ндары малсылыҡ фермаларын хеҙмәтләндергән Я.ҡ. б‑са Өфө дәүләт станцияһы асыла. 1966 й. Тоҡомсолоҡ эше һәм а.х. малдарын яһалма ҡасырыу б‑са Башҡ‑н респ. станцияһы (ҡара: “Башҡортостан”) ойошторола. 1966—86 йй. респ. Я.ҡ. пункттарын шыйыҡ азотта ныҡ туңдырылған сперманы ҡулланыуға күсереү б‑са эш үткәрелә. 70‑се йй. аҙ. башлап респ. сит илдә селекцияланған юғары продуктлы мал индереү һәм урындағы малдың продуктлылығын арттырыуға талаптар күтәрелеүгә бәйле малсылыҡта Я.ҡ. әһәмиәте үҫә. 2006 й. һыйыр малын Я.ҡ. өсөн 1306 пункт, ш. иҫ. шәхси ярҙамсы хужалыҡ малдары өсөн 408 пункт эшләй. Я.ҡ. һыйыр малын үрсеткәндә айырыуса киң файҙаланыла. 258,9 мең һыйыр (ш. иҫ. халыҡ хужалыҡтарында — 84,5 мең), 26,3 мең сусҡа һәм 1,2 мең һарыҡ аталандырыла (2006). Бейәләрҙе Я.ҡ. ысулын 20 б. 70‑се йй. — 21 б. башында Йылҡысылыҡ заводы №119 ҡуллана. 60‑сы йй. аҙ. башлап Аграр университетта (И.Ф.Заянчковский, А.Н.Шутов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Л.Г.Кәримова, И.Х. Хәбибулин һ.б.) а.х. малын Я.ҡ. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 70‑се йй. аҙ. үгеҙҙәрҙең спермаһын полипропилен капиллярҙар ҡулланып шыйыҡ азотта туңдырыу технологияһы (Кәримова, А.И.Тебеньков, Хәбибулин, Д.Ш. Цуканова) эшләнә. 2001 й. “Башҡортостан” пр‑тиеһында а.х. малының спермаһын криоконсервалау ысулы уйлап табыла (В.Е.Киселёв, Р.Ф. Мәхмүтов, Г.Г.Сахаув, Я.С.Арыҫланов, Хәбибулин), был ысул БР һәм РФ а.х. производствоһына индерелә. 2007 й. Башҡ‑н умарт‑ҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә башҡорт бал ҡортоноң инә ҡорттарын Я.ҡ. технологияһы үҙләштерелә (Р.Н. Ҡәйепҡолов, И.С.Суюнов). Шулай уҡ ҡара: Ветеринария акушерлығы, Көтөү яңыртыу.

Әҙәб.: П а р ш у т и н Г.В.,М и х а й л о в Н.Н.,К о з л ов Н.Е.Искусственное осеменение сельскохозяйственных животных. М., 1983; С т у д е н ц о в А.П., Ш и п и л о в В.С., Н и к и т и н В.Я. Ветеринарное акушерство, гинекология и биотехника размножения. М., 2000.

В.Е.Киселёв, Е.Н.Сковородин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019