Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЗОНАЛАРЫ

Просмотров: 1376

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЗОНАЛАРЫ, тәбиғи-ауыл хужалығы зоналары, тәбиғәт һәм климат шарттары, тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаларының дөйөмлөгө хас булған билдәле бер территорияны а.х. райондарына бүлеү берәмеге. Башҡортостан терр. тәбиғәт шарттары комплексы, ландшафт һәм ауыл хужалығын алып барыу системаһы үҙенсәлектәре б‑са тау-урман зонаһыУрал аръяғы дала зонаһыУрал алды дала зонаһытөньяҡөнсығыш урман-дала зонаһыкөньяҡ урман-дала зонаһына (П.Я.Бульчук, С.Н.Тайсинов, 1975) бүлеп йөрөтөлә. 20 б. 90-сы йй. башынан респ. агротупраҡ б‑са райондарға бүлеүҙе камиллаштырыу эше Аграр университетта (А.Ш.Ишемйәров, Р.С.Кирәев, И.О.Чанышев), Биология институтында (Ә.Х.Моҡатанов) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Тупраҡты агропроизводство йәһәтенән төркөмләү.

Әҙәб.: Богомолов Д.В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954; Почвенное районирование СССР. М., 1960. Вып.1; Тайчинов С.Н., Бульчук П.Я. Природное и агропочвенное районирование Башкирской АССР. Ульяновск, 1975.

А.Ш.Ишемйәров, Р.С.Кирәев

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.01.2022