Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫ АГРОПРОИЗВОДСТВО ЙӘҺӘТЕНӘН ТӨРКӨМЛӘҮ

Просмотров: 1590

ТУПРАҠТЫ АГРОПРОИЗВОДСТВО ЙӘҺӘТЕНӘН ТӨРКӨМЛӘҮ, тупраҡ типтарын, ярым типтарын, төрҙәрен һәм төрлөлөгөн экологик формалашыу шарттары, уңдырышлылыҡ кимәле, агротехник һәм мелиорация саралары, файҙаланыу йәки һаҡлау төрҙәре б‑са төркөмдәргә берләштереү. Ауыл хужалығы ерҙәре структураһын оптимизациялау маҡсатында үткәрелә. Т.а.й.т. үткәргәндә тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәрен, тупраҡты бонитировкалауҙы, тупраҡ карталарын, агротупраҡ районлаштырыуын тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. 1954 й. Д.В.Богомолов тарафынан респ. терр‑яһына агротупраҡ районлаштырыуы үткәрелә, 1960 й. С.Н.Тайсинов, 1975 й. Тайсинов һәм П.Я.Бульчук тарафынан аныҡлана һәм тулыландырыла. 1994 й. Ә.Х.Моҡатанов тарафынан, тупраҡ структураһын һәм уға төшкән антропоген йөкләнеште иҫәпкә алып, терр‑яла тупраҡ‑экологик районлаштырыу тормошҡа ашырыла, 1996 й. Урал аръяғы дала зонаһында төбәк һәм хужалыҡ б‑са Т.а.й.т., 1999 й. республика Т.а.й.т. үткәрелә. Респ. 100‑ҙән ашыу тупраҡ төрө 8 класҡа берләштерелә: эрозияға бирелмәгән тигеҙлек тупрағы (1‑се класс); бер аҙ эрозияланған тупраҡ (2); һыубаҫар туғай өҫтө киртләстәре һәм өлөшләтә йылға туғайҙарының үҙәк өлөшө тупраҡтары (3); тулыһынса өлгөрөп етмәгән профилле уртаса һәм ныҡ эрозияланған тупраҡ, ҡара тау тупрағы (4); бөтә тәбиғәт зоналарының өлгөрөп етмәгән ташлы тупрағы (5); ярым һәм гидроморф, аллювиаль тупраҡ (6); бейек тау тупрағы, йоҡа ҡатламлы тау‑урман тупрағы (7); татырлыҡ, тоҙло тупраҡ (8). Тупраҡ типтары һәм ярым типтары б‑са кластарҙа 2‑нән алып 4‑кә тиклем ярым кластар айырыла. 1‑се, 2‑се, 3‑сө класс тупраҡтары а.х. культураларын үҫтереү өсөн, 4‑се класс — махсус сәсеү әйләнештәрендә, 5‑се, 6‑сы, 7‑се класс көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар булдырыу өсөн файҙаланыла, 8‑се класс тупрағы а.х. өсөн ҡулланыуға яраҡһыҙ.

Әҙәб.: М у к а т а н о в А.Х., Х а р и с о в М.К. Введение в экологию землепользования Башкирского Зауралья. Уфа, 1996; ш у л у ҡ. Агропроизводственная группировка и качественная оценка почв Республики Башкортостан. Уфа, 1999.

Ә.Х.Моҡатанов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019