Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРЛОҠСОЛОҠ

Просмотров: 1209

ОРЛОҠСОЛОҠ, үҫемлекселектең сортлы орлоҡтарҙың таҙа сортлылығын, биол. һәм уңыш сифаттарын һаҡлап үрсетеү м‑н шөғөлләнгән тармағы. О. селекция һәм орлоҡ өйрәнеү м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда О. Шишмә а.х. тәжрибә ст. асылыу м‑н үҫеш ала (ҡара: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге). Иң тәүҙә урындағы сорт орлоҡтары үрсетелә, һуңыраҡ иген культураларының беренсе селекция сорттары (ужым арышының Чишминская; яҙғы бойҙайҙың Башкирская 4, борсаҡтың Чишминская 39, кукуруздың Чишминская 1) һәм күп йыллыҡ үләндәр — арышбаш (Чишминский ширококолосый 6), люцерна (Чишминская 131) һ.б. — етештерелә. О. төбәк системаһы иген, май биреүсе культуралар, мал аҙығы культуралары, үләндәр, картуф, йәшелсәләр, емеш-еләк культуралары питомниксылығын үҙ эсенә ала. Республикала оригиналь орлоҡтар үҫтереү (Ауыл хужалығы институтының селекция үҙәктәре, Аграр университеттың селекция һәм орлоҡсолоҡ бүлеге); элита орлоҡтарын етештереү (БНИИСХ‑ның тәж.‑производство хужалығы, БДАУ‑ҙың уҡытыу‑тәж. үҙәге, Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының “Стәрлетамаҡ” МУАХП, “Госсорткомиссия” Федераль учреждениеһы филиалының Башҡ‑н филиалы Дәүләтсорт участкалары, элита-орлоҡсолоҡ һәм емеш питомнигы хужалыҡтары); репродукция орлоҡтарын үрсетеү (махсус орлоҡ хужалыҡтары, төрлө милек формаларына ҡараған а.х. пр‑тиелары); орлоҡтарҙы әҙерләү һәм һатыу (“Рәсәй орлоҡтары” ғилми‑производство фирмаһының Башҡ‑н филиалы, “Башсортсемовощ” ДУП‑ы, коммерция фирмалары, физик шәхестәр) б‑са эштәр алып барыла. Орлоҡсолоҡ сәсеүлектәрендә эшкәртеүҙең юғары сифатлы орлоҡ алыуҙы тәьмин иткән махсус технология‑ лары ҡулланыла, төр һәм сорт утауҙары, сортлы орлоҡ сәсеүлектәренә апробация үткәрелә, үҙ ихтыяждарында ҡулланылған сәсеүлектәрҙе теркәү тормошҡа ашырыла. “Орлоҡсолоҡ тураһында”ғы Федераль законға ярашлы 1999 й. 1 июленән алып дәүләт һәм ҡулланыусылар мәнфәғәтен орлоҡ етештереүселәрҙән һәм һатыусыларҙан һаҡлау, инспекция контролен камиллаштырыу маҡсатында һәм орлоҡтарҙы сертификациялау процесының халыҡ‑ара ойошмаларҙың ҡағиҙәләре һәм талаптары м-н унифика‑ цияланыуына бәйле рәүештә орлоҡто һәм үҫентеләрҙе сертификациялау системаһы индерелгән. О. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр БНИИСХ ғалимдары тарафынан — иген (Ф.Ә.Дәүләтов, Н.И.Лещенко, В.И.Никонов, Б.К.Попов, А.М.Сабитов, Ә.Х.Шакирйәнов һ.б.), мал аҙығы (Ғ.Ҡ.Зарипова, Э.М.Кузеев һ.б.), емеш-еләк культуралары (Т.Ғ.Дёмина, Х.Н. Фазлиәхмәтов, Р.Ә.Шафиҡов, М.Ғ.Әбдиева һ.б.), картуф (Л.П.Акатьева, И.С.Мәрҙәншин һ.б.), БДАУ‑ҙа — иген һәм мал аҙығы (Р.Ҡ.Ҡаҙыҡов, А.И.Саҡаев, С.Н.Сәмиғуллин һ.б.), емеш (Ғ.Ә.Мансуров) культуралары б‑са үткәрелә.

Әҙәб.: Б и к о в Х.Ш. Семеноводство зерновых культур. Уфа, 1960; Г у б а й д у л л и н Х.Г., А р д а ш ё в М.И. Семеноводство многолетних трав. Уфа, 1970; Г а р е е в Д.Б., Г н е д и н В.И., С а л и м г а р е е в Ш.Я. Сорт, семена, урожай. Уфа, 1981.

Р.Ҡ.Ҡаҙыҡов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019