Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ

Просмотров: 1281

СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ, метеорологияның макромасштаблы атмосфера процестары үҫешен һәм уларҙың үҙгәреү законлыҡтарын һауа торошон прогнозлау ысулдарын уйлап сығарыу өсөн өйрәнеүсе бүлеге. С.м. һауа массалары һәм атмосфера фронттары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған циклондарҙың һәм антициклондарҙың барлыҡҡа килеүен, эволюцияһын һәм күсеүен өйрәнә. Тикшереүҙәр ер эргәһенең (ер өҫтөндә үткәрелгән күҙәтеүҙәр б‑са төҙөлгән) һәм бейеклектәрҙең йәки аэрологик (атмосфераны радиозондлау һөҙөмтәләре б‑са төҙөлгән) синоптик карталар ярҙамында башҡарыла. Синоптик анализда метеорологик спутниктарҙан алынған болотлоҡ һүрәттәре (ҡара: Спутник метеорологияһы); метеорологик радиолокаторҙар ярҙамында алынған болот системаһының структураһын, яуым‑төшөмдө һ.б. күренештәрҙе күҙәтеүҙең һөҙөмтәләре файҙаланыла. Алынған мәғлүмәтте өйрәнеү нигеҙендә асыҡланған законлыҡтар, атмосфераның гидродинамик моделдәре базаһында һанса ысулдар м‑н төҙөлгән прогноз карталары нигеҙендә һауа торошоноң элементтары прогнозлана, был ваҡытта төбәктең үҙенсәлектәре (йәйелгән йөҙҙөң үҙсәнлектәре, рельеф һ.б.) иҫәпкә алына. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. һауа температураһы ҡырының, яуым‑төшөм, ел таралыуының үҙенсәлектәрен асыҡлау б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре башҡарылған; уларға Урал тауҙарының тәьҫирен иҫәпкә алып, баҫып алған типтағы яуым‑төшөмдө прогнозлау ысулы табылған (З.З. Халевицкий), респ. терр‑яһында йылдың һалҡын миҙгелендә яуым‑төшөмдөң артыҡ күп булыуына килтергән атмосфера процестары тикшерелгән (Ф.Ш. Килмәтова). 1960—80 йй. Өфө гидрометеорология обсерваторияһында Өфө тирәһендә экстремаль т‑раларҙы прогнозлау ысулдары аныҡланған (Р.Г.Ғәйфетдинова, И.Г.Данукалова); 1980—90 йй. респ. терр‑яһында ҡырау төшөүҙең (Е.Н. Орлова), Өфө аэропорты р‑нында томан һәм түбән болоттар барлыҡҡа килеүенең синоптик шарттары, йылы һәм һыуыҡ тулҡындарҙың үҙенсәлектәре (С.П.Байбурина) асыҡланған, Өфө шарттарына ҡарата экстремаль т‑раларҙы М.Н.Федулова ысулы б‑са прогнозлауҙың синоптик‑статистик ысулы ҡулланылған (Н.В.Жданова).

Г.А.Зәкиева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: