Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР

Просмотров: 957

СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР, электромагнит нурланыштарҙың матдә м‑н тәьҫирләшеүен теркәргә мөмкинлек биргән ҡоролмалар. Тикшереү ысулдары б‑са — беренсел (өлгө м‑н йотолған һәм сәселгән) һәм икенсел (өлгө таратҡан) нурланышты; йышлыҡ диапазоны б‑са квадруполь ядро (105—108 Гц), ядро‑магнит (107— 109 Гц) һәм электрон‑парамагнит (108—1010 Гц) резонанстарҙы, микротулҡынлы (әйләнмәле, 1010—1012 Гц), инфраҡыҙыл (тирбәлеүсе, 1012— 1014 Гц), электронлы, фотоэлектронлы һәм ультрафиолет (1014—1016 Гц), рентген (1017—1018 Гц) спектроскопияһын, ш. уҡ ядро гамма‑резонансты (1018—1021 Гц) файҙаланған С.п. бүленә. С.п. иҫәбенә ш. уҡ тикшерелгән матдәләрҙең зарядланған өлөшсәләрен (ионлашыу һөҙөмтәһендә алынған иондар) теркәгән масс‑спектрометрҙар индерелә. Башҡортостанда спектрҙың инфраҡыҙыл, ультрафиолет һәм күҙгә күренгән өлөшөн файҙаланған оптик спектрометрҙар киң ҡулланыла. 20 б. 60‑сы йй. Органик химия ин‑тында микротулҡын спектрометрҙары эшләнгән һәм микротулҡын спектроскопияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр башланған (Н.М.Поздеев), модернизациялағандан һуң улар Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында органик берләшмәләрҙең физик үҙсәнлектәрен тикшереү өсөн ҡулланылған (А.Х.Мәмлиев); кире иондарҙың сығанағы эшләнгән һәм иондарҙың электрондарҙы резонанслы эләктереп алыу масс-спектрометрияһы б‑са тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн сәнәғәт масс‑спектрометры камиллаштырылған (В.А.Мазунов, В.И.Хвостенко, И.И.Фурлей). 70‑се йй. Органик химия ин‑тында В.П.Казаков етәкс. сәнәғәт спектрометрҙары радио, хемилюминесценцияны күҙәтеү һ.б. өсөн эшкәртелгән, шунда уҡ (А.А.Еличев, В.П.Орехов, Л.В.Спирихин) һәм Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑нда (А.А.Сапожников, Я.Б.Ясман) көслө магниттар нигеҙендә ядро‑магнит резонансы спектрометрҙары (1Н ядроһына) камиллаштырылған; Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (Б.Г.Зыков, А.Ш.Солтанов, Н.Л.Әсфәндиәров) фотоэлектронлы спектроскопия ысулы үҙләштерелгән һәм фотоэлектронлы спектрҙарҙы теркәү приборы эшләнгән. 80‑се йй. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә (Т.Х.Йомағужин, Мазунов, Р.Ф.Туҡтаров) ядро‑магнит резонансының магнит спектрометры нигеҙендә ионлы‑циклотронлы резонанс спектрометры эшләнгән; БДУ‑ла (Р.З.Бәхтизин, Ю.М.Йомағужин) УСУ‑4 ҡулайламаһы нигеҙендә электронлы ялан спектрометры; спектрҙарҙың йәшерен үҙенсәлектәре т‑дағы мәғлүмәттәрҙе алыу маҡсатында ваҡытлыса С.п. өсөн вейвлет‑анализға нигеҙләнгән матем. аппарат үҫтерелә (Р.Р.Кинйәбулатов, А.В.Тропин, А.Н.Чувыров). Шулай уҡ ҡара: Масс‑спектрометрия.

Л.В.Спирихин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: