СПЕКТРОСКОПИЯ
СПЕКТРОСКОПИЯ (лат. spectrum — күрһәтеү, образ һәм гр. skopéō — ҡарайым), электромагнит спектрҙарҙы (электромагнит нурланыш интенсивлығының тулҡын оҙонлоғо һәм йышлыҡ б‑са бүленеүе) өйрәнеүгә арналған физика бүлеге. Тикшеренеүҙәр спектраль приборҙар ярҙамында башҡарыла. С. ысулдары тикшерелгән объекттарҙың (төрлө агрегат хәлендә булған матдәләрҙең) төҙөлөшөн һәм физик үҙсәнлектәрен билдәләү өсөн атомдарҙың, молекулаларҙың һәм уларҙан төҙөлгән системаларҙың энергия кимәлдәренең структураһын тикшерергә мөмкинлек бирә. Спектрҙарҙың тибы б‑са — абсорбция, эмиссия һәм ҡатнаш сәселеү С.; тикшерелгән объекттарҙың тибы б‑са — атомдар, молекула, плазма һәм конденсирланған хәлдәге матдә С.; тулҡындарҙың оҙонлоғо б‑са — күҙгә күренгән, инфраҡыҙыл, микротулҡын, рентген, субмиллиметр, ультрафиолет һәм радио С.; спектрҙарҙы ҡуҙғытыу һәм күҙәтеү ысулдары б‑са — когерент, күп фотонлы, фурье С. һәм башҡалар; нурланыш м‑н матдәнең тәьҫирләшеү төрө б‑са һыҙыҡлы, һыҙыҡлы булмаған һ.б. спектроскопияны айыралар. Башҡортостанда микротулҡын С. тәүге тапҡыр 20 б. 60‑сы йй. — органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. газ фазаһындағы биш быуынлы циклик молекулаларҙың, спектрҙарын тикшереү өсөн Органик химия ин‑тында (Н.М.Поздеев), һуңыраҡ Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (А.Х.Мәмлиев, Поздеев һ.б.) ҡулланылған. Химия ин‑тында — инфраҡыҙыл С. (Н.С. Любопытова), Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда — ядро-магнит резонанс һәм электрон- парамагнит резонанс С. (Ф.Г.Унгер), феноменологик электрон С. (М.Ю. Доломатов), Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда — ультрафиолет С. (К.М. Вайсберг, И.И.Шабалин), Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында радио С. (Ю.Е.Сапожников, Я.Б.Ясман) ысулы үҫеш алған. ӨДАТУ‑ла инфраҡыҙыл С. ысулдары м‑н төрлө эретмәләр тикшерелә, респ. тәүге тапҡыр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәшәгән яҡын тәртиптә урынлашыуҙы, молекулаларҙың һәм иондарҙың шыйыҡ фазалағы динамикаһын һәм уға өлөшсәләр араһындағы тәьҫирләшеүҙең йоғонтоһон тикшерергә мөмкинлек биргән яҡтылыҡтың комбинацион сәселеүе С. ысулы үҙләштерелгән (А.С.Краузе, И.С.Перелыгин). 80‑се йй. алып БДУ‑ла металдарҙың һәм ярым үткәргестәрҙең, металл плёнка системаларының, наноматериалдарҙың һ.б. атомар‑таҙа йөҙҙәренең үҙсәнлектәрен (Р.З.Бәхтизин, Ю.М.Йомағужин), ярым үткәргес эмиттерҙарҙың флуктуация С. (Бәхтизин, С.С.Гоц) өйрәнеү өсөн туннель электрон С. ысулдары ҡулланыла. 2000—05 йй. БДМУ‑ла ядро‑магнит резонанс С. ысулы м‑н биоактив молекулаларҙың (флавоноидтар, пиразол, пиридин һ.б.) фосфолипидтарға тәьҫир итеүенең молекуляр механизмы тикшерелгән, күҙәнәкле фосфатидилхолин ингән молекулаларҙың комплекстар барлыҡҡа килтереү механизмы асыҡланған, уларҙың фосфолипидтарҙың конформацион хәленә һәм күҙәнәк мембраналарының үткәреүсәнлегенә тәьҫире күрһәтелгән (С.Н. Заһиҙуллин, Ғ.Н.Заһитов, М.Х.Зелеев, Р.С.Нәсибуллин, М.С.Сетченков). С. ысулдары ш. уҡ Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (Л.М.Хәлилов), Башҡ‑н респ. ғилми‑тикшеренеү экология үҙәгендә (Э.А.Круглов, З.Ҡ.Әмирова), Органик химия ин‑тында (Л.В.Спирихин), Геология ин‑тында, Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда, ӨДНТУ‑ла һәм сәнәғәт пр‑тиеларының лаб. ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Масс‑спектрометрия, Оптик анализ ысулдары.
Әҙәб.: Экспериментальные методы химии растворов: спектроскопия и калориметрия /И.С.Перелыгин [и др.]. М., 1995.
А.Х.Мәмлиев, А.А.Шапкин
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов