Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКВАЖИНА

Просмотров: 1597

СКВАЖИНА, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау һәм сығарыу, тау тоҡомдарының составын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен өйрәнеү, шартлатыу эштәрен башҡарыу өсөн Ер ҡабығында быраулау инструменты м‑н үткәрелгән цилиндрик яһалма көпшә. Тамағынан (ер өҫтөнә сығыу урыны), забойҙан (төбө), шахта үҙәгенән һәм башҡа элементтарҙан тора (ҡара: илл.). С. диам. 0,05—6 м. Тәғәйенләнеше б‑са карталау, терәк, структуралы, эҙләү, разведкалау, параметрик, ҡыҫыу, күҙәтеү, эксплуатациялау һәм башҡа С. айырыла. Проект б‑са ҡаралған С. ҡаҙыу быраулау инструменты комплектына ингән махсус техник саралар комплексын ҡулланып башҡарыла, шахта үҙәгенең забой параметрҙары үлсәү аппаратураһы аша контролдә тотола. Геол. разведка С. керн алыу һәм скважиналарҙы геофизик тикшереү м‑н оҙатыла. 1960 йй. башлап бер майҙанда бер нисә С. куст б‑са быраулау киң ҡулланылыш ала, был ысул Саҡмағош, Краснохолмский, Арлан һ.б. нефть ятҡылыҡтары төркөмдәрен үҙләштергәндә файҙаланыла. БР‑ҙа нефть сығарыу сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан 1932—2012 йй. 39458 С., ш. иҫ. 30467 эксплуатациялау С., 8991 разведкалау С., быраулана; дөйөм быраулау яҡынса 84 мең км тәшкил итә (2012). Респ. иң тәрән 63‑сө С. (5600 м) Аҡбирҙе майҙанында (1983; Ейәнсура р‑ны) быраулана, горизонталь шахта үҙәгенең иң ҙур оҙонлоғона (740 м) Ләмәҙ майҙанындағы (1989; Иглин р‑ны) 1ЭС С. эйә. Шулай уҡ ҡара: Быраулау.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: