Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНУСИТТАР

Просмотров: 1392

 СИНУСИТТАР (лат. sinus — ҡыуышлыҡ), танауҙың лайлалы тиресәһенең, ҡайһы берҙә өҫтәмә ҡыуышлыҡтарының һөйәк көптәре шешеүе.

Кеше С. Түбәндәге төрҙәргә айырыла: гайморит (өҫкө яңаҡ ҡыуышлығының шешеүе), фронтит (маңлай ҡыуышлығының шешеүе), этмоидит (рәшәткәле һөйәк күҙәнәктәренең шешеүе) һәм сфеноидит (шына һөйәк ҡыуышлыҡтарының шешеүе). Ҡыуышлыҡтарға вирустар йәки бактериялар үтеп ингәндә, киҫкен респиратор ауырыуҙарҙан һуң өҙлөгөүҙәр һөҙөмтәһендә үҫешә. Киҫкен, киҫкенгә яҡын һәм хроник формаларҙа үтә. Симптомдары: танау м‑н тын алыуҙың ауырлашыуы, еҫ тойоу һәләтенең боҙолоуы, танауҙан патологик бүлендектәр сығыуы, “ауырлыҡ” тойоу, зарарланған синус урыны ауыртыу һ.б. Диагностика өсөн клиник, инструменталь (танауға эндоскопия, компьютер, магнит‑резонанс томографияһы, ҡыуышлыҡтарға пункция яһау һ.б.) һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияларға, шешеүгә ҡаршы һ.б.), хирургик, физиотерапия һ.б. Иҫкәртеү: инфекцион ауырыуҙарҙы үҙ ваҡытында дауалау һәм тештәргә санация яһау. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: инфекцияның баш һөйәге орбитаһына һәм ҡыуышлығына таралыуы. Башҡортостанда 1 мең кешегә С. м‑н__ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 40,5; 2006 — 30,7; 2008 — 33,9 кеше. Медицина университетында С. диагностикалау, иммунологик (Н.А.Арефьева), электрофизиологик (Р.Ш.Әбдрәшитов) һәм хирургик (Т.М.Янборисов) дауалау ысулдары; 2001 й. алып Арефьева етәкс. иммунобиологик препараттар һәм цитокиндар ҡулланып риносинуситты дауалау ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла (Л.Ф.Аҙнабаева, П.Н.Машко, Э.Р.Шәрипова).

Хайуандар С. Башлыса гайморит һәм фронтит рәүешендә була, өҫкө тын алыу юлдары ауырыуҙарының өҙлөгөүҙәре булараҡ үҫешә. Сусҡа малы йыш ауырый, һыйыр малы һәм ваҡ мал, аттар һирәгерәк ауырый. Дауалау хирургик (һыйыр малы һәм аттарҙы). Ауырыу сусҡаларҙы һуғымға тапшыралар. С. фәнни тикшереү БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) үткәрелә: 1947—71 йй. ат һәм һыйыр малында С. сағыштырма морфологияһы өйрәнелә һәм хирургик дауалау ысулдары эшләнә (Х.Х.Әбдүшев); 60‑сы йй. башында инфекцион атрофиялы ринит һөҙөмтәһендәсусҡа малында гайморит һәм фронтиттың патоморфологик сағылышы өйрәнелә (У.Ғ.Ҡадиров).

Н.А.Арефьева, У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: