Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 1093

СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урман м‑н файҙаланыуҙы көйләү эштәрен башҡарған. 1948 й. Ҡана, Күркәтау һәм Шанский урман пункттарын берләштергән Ҡананикольский урман хужалығы булараҡ нигеҙ һалына; 1978 й. алып С.у.с.х., 1998 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Ҡананикольский урман пункты, Сибай түбәнге склады, Сибай автоюлы ингән. 2002 й. 455 кеше эшләгән; 49,2 мең м3 ағас сығарылған, 33 мең м3 ағас материал, 41,6 мең м3 эшкә яраҡлы ағас, 7,7 мең м3 ағас‑таҡта, 0,5 мең м2 өй бураһы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. 1958—97 йй. С.у.с.х. тарафынан 4584 т ағас сайыры, 256 т дегет әҙерләнә, 423,5 мең м3 ағас‑таҡта, 1279 мең м3 фанер өсөн сеймал етештерелә. Урман хужалығы 70‑се йй. — Японияға, 90‑сы йй. Финляндияға технологик сеймал сығарған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: