Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УФИМСКАЯ, ҡабаҡ сорты

Просмотров: 903

УФИМСКАЯ, ҡабаҡ сорты. 1976 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов (БНИИСХ) тарафынан Серая Волжская һәм Стофунтовая сорттарын һеркәләндереп алынған гибрид популяциянан күп тапҡыр шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Емешенең ауырлығы 3,2—7,3 кг, бейеклеге 14—25 см, диам. 28—45 см; йоҡа ҡабыҡлы, яҫы‑йомро, бер аҙ сегментланған, төҫө тоноҡ алһыуҙан һарыға, ҡыҙғылт һарыға тиклем. Составында 10,1% ҡоро матдә, 8,2% дөйөм шәкәр, 2,1% сахароза, 2,66 мг/кг каротин бар. Сорттың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы юғары, ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеге уртаса. Вегетация осоро 83—93 көн. Уртаса уңдырышлылығы 382 ц/га (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1976—81). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1981 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Э.М.Кузеев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: