Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗЕЕВ Энгил Мөрсәлим улы

Просмотров: 1148

КУЗЕЕВ Энгил Мөрсәлим улы (29.8.1938, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. — 7.1.2021, Өфө ҡ.), селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1977). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1977). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Ауырғазы районының “Алға” колхозында баш агроном булып эшләй. 1969—2002 йй. Башҡортостан ауыл хужалығы ҒТИ-нда: 1972 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1981 й. — лаборатория мөдире, 2000 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни хеҙмәттәре мал аҙығы һәм ҡауын‑ҡарбуз культураларының селекцияһына, уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. К. тарафынан могар (Башкирский, Бельский), ҡабаҡ (Уфимская) сорттары сығарылған, БР‑ҙың ауыл хужалығына индерелгән ҡоролоҡҡа сыҙамлы мал аҙығы үләндәрен, мал аҙығы тамыраҙыҡтарын үҫтереүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ технологиялары эшләнгән. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021