Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮРЙӘНОВ Мэлс Хәбиб улы

Просмотров: 917

ТҮРЙӘНОВ Мэлс Хәбиб улы [1.2. 1940, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 11.11.2004, Мәскәү], инфекционист. Мед. ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың атҡ. табибы (1995). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). А.Х.Түрйәновтың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1967 й. тиклем шунда уҡ эшләй. 1970 й. алып 1‑се Мәскәү мед. ин‑тында уҡыта: 1990—92 йй. инфекцион ауырыуҙар каф. мөдире, терапевтика ф‑ты деканы; бер үк ваҡытта 1991—2003 йй. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы, 1992—2003 йй. Рәсәй дипломдан һуң белем биреү мед. акад. дауалау эштәре б‑са проректоры (икеһе лә — Мәскәү). Фәнни эшмәкәрлеге киң таралған инфекцион ауырыуҙарҙың молекуляр нигеҙҙәре патогенезын өйрәнеүгә, вабаның, вируслы гепатиттарҙың, дифтерияның, бруцеллёздың, сальмонеллёздың ВИЧ‑инфекцияның, СПИД‑тың үҙ‑ара бәйләнешле ауырыуҙарын һ.б. дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. Рәсәй инфекционистар йәмғиәте рәйесе (1991—2003). 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. Уның исеме Адаптация һәм патогенез проблемалары ин‑тына бирелгән (Мәскәү).

 Х е ҙ м.: Инфекционные болезни. М., 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.08.2023