Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮРЙӘНОВ Альфрет Хәбиб улы

Просмотров: 967

ТҮРЙӘНОВ Альфрет Хәбиб улы [1.2.1940, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ районы Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 28.9.2016, Өфө ҡ.], терапевт, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1993). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1990). Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). М.Х.Түрйәновтың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1965). 1970–2015 йй. (өҙөклөк менән) БДМУ‑ла эшләй: 2000—08 йй. дипломдан һуң белем биреү институтының поликлиник медицина кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004—06 йй. дауалау эштәре буйынса проректор. 1976 й. башлап БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында: баш терапевт, 1984 й. — министр урынбаҫары, 1987 й. — БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау министры. 1995—99 йй. 1‑се Республика психиатрия дауаханаһының баш табибы. Т. ҡатнашлығында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаулыҡ һаҡлау һәм санитария‑эпидемиология хеҙмәте учреждениеларының эшмәкәрлек нигеҙҙәре эшләнгән. БР Граждандар һаулығын һаҡлау кодексын (1993), БР‑ҙың Ракка ҡаршы программаһын (1995), республика һаулыҡ һаҡлау органдарын мотлаҡ медицина страховкалауы системаһына күсереүҙең методологик нигеҙҙәрен эшләүселәрҙең береһе. РСФСР ЮС‑ының 12‑се, БАССР ЮС‑ының 11‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1986).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023
Связанные статьи: