Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ СИТ ТЕЛДӘР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1143

ӨФӨ СИТ ТЕЛДӘР ИНСТИТУТЫ, тулы булмаған урта һәм урта мәктәптәр өсөн сит телдәр уҡытыусылары әҙерләгән юғары уҡыу йорто. 1938 й. сент. Бәләбәй ҡ. сит телдәр б‑са 2 йыллыҡ пед. курстар нигеҙендә асыла, дек. Өфөгә күсерелә. 35 йәшкә тиклемге урта белемле кешеләр ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле була (1940 й. алып). Сит телдәр уҡытыусылары әҙерләү б‑са бер йыллыҡ әҙерлек бүлеге, 9 айлыҡ курстар эшләй. Уҡыу курсы 3 йыл була. Әҙерлек 3 йүнәлештә (инглиз, немец, француз телдәре) көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә һәм экстернат формаһында алып барыла. Институт составында 8 каф. (инглиз теле һәм әҙәбиәте, немец теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, француз теле һәм әҙәбиәте, хәрби әҙерлек, тарих фәндәре, психология һәм педагогика, марксизм‑ленинизм) була. Уҡыу программаһына сит телдәр, сит телдәрҙе уҡытыу методикаһы, тел тарихы, өйрәнелгән телдең әҙәбиәте һ.б.; пед. практика индерелә. Институтта 13 уҡытыусы эшләй (1938). 1940 й. 348 студент белем ала, шуларҙың 276‑һы ҡатын‑ҡыҙ; урыҫтар — 176, татарҙар — 88, башҡорттар — 31 һ.б. 1941 й. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты составына сит телдәр ф‑ты булараҡ ҡушыла. Дир. — М.Ғ.Ғибәҙуллин, А.А.Ушаков. Ө.с.т.и. элекке Өфө икенсе ҡыҙ балалар гимназияһы бинаһында урынлашҡан.

Т.М.Әминев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019