Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕЙЕКБАЕВ Жәлил Ғиниәт улы

Просмотров: 2466

КЕЙЕКБАЕВ Жәлил Ғиниәт улы [25.10.1911, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡаранйылға а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 19.3.1968, Өфө ҡ.], тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы. Филология фәндәре докторы (1961), профессор (1961). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Мәскәү сит телдәр педагогия институтын тамамлаған (1937). 1938 й. алып Өфө сит телдәр уҡытыусылары институтында: уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса, 1941 й. ғинуарынан уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары; 1941 й. сентябренән К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтында (шул уҡ йылдың ноябренә тиклем сит телдәр факультеты деканы), 1942 й. — Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбендә (директор), 1943 й. — Башҡортостан китап нәшриәтендә (баш мөхәррир), 1944—53 йй. ӨАИ‑ла (1946 й. тиклем һәм 1948 й. башлап сит телдәр кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1949—68 йй. БДУ‑ла эшләй: 1950 й. алып сит телдәр факультеты деканы, 1951—68 йй. башҡ. теле кафедраһы мөдире, 1957—61 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор.

  Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт тел ғилеме, сағыштырма‑тарихи тел ғилеме, төркиәт мәсьәләләренә бәйле. “Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше” (1964) китабында башҡорт теленең телмәр өндәренең төп әйтелеш нормалары бирелгән; өндәрҙең сиратлашыуы һәм комбинаторлы үҙгәреше, телмәрҙе ритмик ойоштороу үҙенсәлектәре, баҫым, интонация тикшерелгән; башҡ. әҙәби теленең формалашыу үҙенсәлектәре һәм тарихи үҫеше һ.б. ҡаралған; Башҡорт теленең фонетикаһы хеҙмәтендә башҡорт теленең фонетик системаһына характеристика бирелгән. “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966) китабында, барлыҡҡа килеүе, тарихи үҫеше, семантикаһы, телдә һәм телмәрҙә йәшәүенән сығып, башҡ. теле лексикаһына анализ бирелгән; үҙләштерелгән һүҙҙәр, фразеологик берәмектәр, мәҡәл һәм әйтемдәр тасуирланған һәм классификацияланған. Ул тәүгеләрҙән булып, структур лингвистика методтарын ҡулланып, урал‑алтай телдәрен өйрәнеүҙең сағыштырма‑тарихи нигеҙҙәрен эшләй, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы нигеҙендә уларҙың типологик оҡшашлыҡтарын иҫбатлай (ҡара: Урал‑Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре). Байтаҡ хеҙмәттәре морфология, орфография, стилистика, синтаксис, диалектология, ономастика, этимологияның айырым мәсьәләләренә; грамматик категорияларға; башҡ. теленең тарихи грамматикаһын өйрәнеүгә, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһына бәйле методологик мәсьәләләргә арналған. Уның етәкселегендә БАССР һәм Силәбе өлкәһе райондарында экспедициялар үткәрелә.

  Тәүге шиғырҙарын Аллаһыҙ журналында “Жәлил Табын” псевдонимы аҫтында баҫтыра. “Туғандар һәм таныштар” романында (1975; урыҫса тәржемәһе “Родные и знакомые”, 1981) 20 б. башы башҡ. ауылының тормошо һүрәтләнгән; әҫәр күтәрелгән мөһим мәсьәләләр, халыҡ тормошон белеп һүрәтләү, үҙенсәлекле образдар, тел байлығы менән айырылып тора. Балалар өсөн яҙылған “Урман әкиәттәре” (1954; урыҫса тәржемәһе “Лесные сказки”, 1956) китабы; “Бөйөк Ватан һуғышы тураһында”, “Дуҫ тигәнең шул булыр”, “Дуҫлыҡ хаҡында ҡобайыр” һ.б. ҡобайырҙар авторы. Урыҫ теленән Башҡорт теленең грамматикаһын, немец теленән В.Бредель, Г.Гейне һ.б. әҫәрҙәрен, Я.Гримм әкиәттәрен (1940; “Немец халыҡ әкиәттәре”), венгр теленән халыҡ әкиәттәрен (1963; “Венгр халыҡ әкиәттәре”; авторҙаш) тәржемә итә. Ф.Вольфтың “Профессор Мамлок” пьесаһы К. тәржемәһендә Башҡ. дәүләт академия драма театрында ҡуйыла (1941). БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1967), “Почёт Билдәһе” (1961) ордендары менән бүләкләнгән. К. исеме менән Өфө ҡ. һәм Ғафури районының Красноусол а. урамдар аталған; Кейекбаев Ж. музейы, БДУ‑ла мемориаль кабинет асылған; уның исемендәге премия, БДУ‑ла стипендия (1997) булдырылған. Өфө ҡ. К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Сәйетбаба урта мәктәбе территорияһында һәм тыуған ауылында уға бюстар ҡуйылған.

  Х е ҙ м.: Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972; Избранные статьи. Уфа, 2002.

  Әҙәб.: З ә к и е в М.З. Дәртле йыр. Өфө, 1974; С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Халыҡ ижадынан һут алып: Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында фольклор башланғыстары. Өфө, 2000; Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Междунар. научно-практической конференции. Уфа, 2011.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023