ӨФӨ ПОЧТАМТЫ
ӨФӨ ПОЧТАМТЫ, “Рәсәй почтаһы” ФДУП‑ы филиалы — БР‑ҙың Федераль почта элемтәһе идаралығының айырым структур бүлексәһе. Почта элемтәһе хеҙмәттәрен күрһәтә. Составында 141 почта элемтәһе бүлеге, шуларҙың 85‑е — Өфөлә, 21‑е — Өфө, 18‑е — Кушнаренко, 16‑һы — Благовещен р‑ндарында урынлашҡан; матбуғат таратыу цехы бар. 2013 й. 1729 кеше эшләгән. 1877 й. Өфө губерна почта контораһы булараҡ асыла, 1885 й. алып Өфө почта‑телеграфы, 1932 й. — Өфө почта контораһы, 1957 й. — хәҙ. исемен, 2004 й. башлап хәҙ. статусын йөрөтә. 2001 й. алып Ө.п. байтаҡ бүлектәре Интернетҡа инеү, 2004 й. — БР б‑са экспресс йөк ташыу хеҙмәттәрен күрһәтә, 2006 й. башлап “Вестерн Юнион” халыҡ‑ара системаһы б‑са аҡса ебәреү тормошҡа ашырыла. Пр‑тие м‑н Ә.Ш.Дәүләтҡолова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Әҙәб.: А ю п о в Р.А., Д у с а л и м о в А.Т. Мчится тройка почтовая..: почтовая связь в Башкортостане. Уфа, 2000.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев