Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

Просмотров: 704

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, Өфө халҡын һәм ойошмаларын йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн йылылыҡ энергияһын тапшырыу м‑н шөғөлләнә. 1962 й. Квартал ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре дирекцияһы булараҡ асыла, 1965 й. алып Берләшкән ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре пр‑тиеһы, 1982 й. — Ө.й.с.п., 1992 й. — МУП, 2004 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ Йылылыҡ селтәрҙәре составында. Составына район йылылыҡ селтәрҙәре идаралыҡтары (6), технологик ҡорамалдар ремонтлау һәм ремонт‑төҙөлөш идаралыҡтары; ремонт‑механика, йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәү, автотранспорт цехтары, электроцех, 2 лаб., авария‑ремонт һәм газ хеҙмәте; 51 ҡаҙанлыҡ, 299 үҙәк йылылыҡ пункты, 2 насос ст., 723,6 км һыу һәм 1,0 км быу селтәрҙәре инә. 2004 й. 3174 кеше эшләгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: