Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 1200

ӨФӨ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ. Төрлө тәғәйенләнешле скважиналарҙы быраулау, үҙләштереү, йыһазландырыу, йүнәтеү, ер аҫты һәм һыу аҫты үткәүелдәрен төҙөү һәм реконструкциялау һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1938 й. июнендә — Туймазы промыслаһы, авг. алып — “Туймазанефть” тресы, 1951 й. алып “Туймазабурнефть” махсус эксплуатация быраулауы тресы со‑ ставында Быраулау контораһы (1946 й. алып — 1‑се) булараҡ ойошторола, 1970 й. 2‑се Быраулау контораһы м‑н берләшкәндән һуң Ө.б.э.и., 1995 й. алып “Башнефть” АНК филиалы, 2002 й. алып ЯСЙ, 2008 й. алып “Башнефть‑Быраулау” ЯСЙ филиалы, 2013 й. ябыла. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүге тапҡыр турбиналы быраулау (1948), быраулауҙың тиҙләтелгән режимдары (1949), бәләкәй диам. скважиналарҙы быраулау (1957), ауыш йүнәлешле һәм тармаҡ быраулау (1988) һ.б. индерелгән. Составына Өфө, Дүртөйлө, Ишембай скважиналарын быраулау һәм үҙләштереү цехтары; Көнб. Себер тәрәндә быраулау экспедицияһы (Түб. Варта ҡ.); вышка‑монтаж, быраулау ҡорамалдарын, торбалар һәм быраулы турбиналарҙы, энергетика ҡорамалдарын йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереү, автотранспорт цехтары, электр турбиналарҙы прокатлау‑йүнәтеү цехы (Октябрьский ҡ.), инженерлыҡ‑сервис үҙәге, балсыҡ хужалығы һ.б. ингән. 2009 й. 2263 кеше эшләгән. Төп заказсылары — БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть һәм газ сығарыу пр‑тиелары. Пр‑тие м‑н Р.Х.Аллаяров, Н.С.Аслаев, П.П.Балабанов, Т.М.Вилданов, М.З.Ғәйфуллин, Ш.Й.Ғәтиәтуллин, Ҡ.Ғ.Ихин, И.Д.Куприянов, Д.И.Михайлов, И.Б.Поляковский, М.А.Потюкаев, С.С.Туснолобов, А.Т.Шмарев, А.Й.Әхмәтгәрәев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.С.Ғилметдинов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: