Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САНИТАРИЯ‑ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

Просмотров: 1258

САНИТАРИЯ‑ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, санитария‑эпидемиология күҙәтеүе, санитария‑иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар эшләгән һәм үткәргәндәүләт органдары һәм учреждениелары системаһы. Өфө губ. С.‑э.х. земство медицинаһының бер структураһы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша башлай. 1910 й. өйәҙ һәм ҡала санитар табиптары вазифалары индерелә. РСФСР ХКС‑ның “Республиканың санитария органдары тураһында” (1922) Декреты м‑н махсус санитария‑иҫкәртеү учреждениелары булдырыла, уларҙың эшмәкәрлеге инфекцион ауырыуҙар эпидемияларына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. 1929 й. респ. 38 санитария‑эпидемиология учреждениеһы иҫәпләнә.  1933 й. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм СССР ХКС‑ы ҡарары м‑н илдә (ш. иҫ. БАССР‑ҙа) Дәүләт санитария инспекцияһы төҙөлә. 30—40‑сы йй. Башҡортостанда натураль сәсәк, ваба, чума ауырыуҙары бөтөрөлә. 1946 й. респ. 54 санитария‑эпидемиология ст., 54 прививка һәм 18 тапма пункты, 15 санитария‑бактериология лаб., 19 һөт контролләү, пастер һәм дезинфекция ст. эшләй. 1949—56 йй. Дәүләт санитария инспекцияһын санитария‑эпидемияға ҡаршы учреждениелар м‑н берләштереү һөҙөмтәһендә респ., ҡала һәм райондарҙың комплекслы санитария‑эпидемиолология ст. (1989 й. алып санитария‑эпидемиология күҙәтеү үҙәктәре) үҙ эсенә алған берҙәм С.‑э.х. булдырыла. 60—70‑се йй. тапма, трахома, эпидемик полиомиелит бөтөрөлә. 1969 й. алып респ. нефть һәм химия сәнәғәте үҫешенә бәйле С.‑э.х. төп эшмәкәрлеге халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм тирәяҡ мөхитте санитар һаҡлауға йүнәлтелгән  сараларҙы контролләү һәм иҫкәртеү эштәре алып барыуға ҡорола. 1994 й. Дәүләт санитария‑эпидемиология күҙәтеү үҙәге етәкс. 67 ҡала һәм район үҙәктәре эшләгән. Респ. Башҡортостан Республикаһы б‑са Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт идаралығы эшләй (2005 й. башлап; етәкс. Р.М.Тәкәев), уның Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ., Шишмә ҡасабаһында, Мәсәғүт а. 12 терр. бүлеге (532 кеше) бар һәм 12 район‑ара филиалы м‑н (850 кеше; 2008) Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге (баш табибы Г.Д.Минин)эшләй. С.‑э.х. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты м‑н хеҙмәттәшлек итә. С.‑э.х. эшмәкәрлеге “Башҡортостан Республикаһы халҡының санитария‑эпидемиология именлеге тураһында” (2006) законына ярашлы тормошҡа ашырыла.

 Әҙәб.: С и н е н к о С.Г. Белый щит: к восьмидесятилетию сан.‑эпидемиол. службы Респ. Башкортостан. Уфа. 2003.

Г.Д.Минин, Р.М.Тәкәев

   Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.08.2023
Связанные темы рубрикатора: