Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы

Просмотров: 1748

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы [25.12.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫәнгилде а. (Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) — 21.5.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тында (1932—34) уҡыған. 1925—51 йй. журналист, пед. уч‑щелары һәм мәктәптәр уҡытыусыһы, БАССР МС‑ы эргәһендәге Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ инспекторы, БАССР Яҙыусылар союзы идараһы консультанты, бер үк ваҡытта 1949—51 йй. “Әҙәби Башҡортостан” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) яуаплы мөхәррире. Балалар өсөн “Ҡуш төймә” (1928), “Өс иптәш” (1933) һ.б. повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. А. әҫәрҙәренә хас һыҙаттар — еңел юмор, ябайлыҡ һәм тел тапҡырлығы. “Шартына килһен” (1935), “Ялағай” (1935), “Мәзин йортонда” (1940) хикәйәләрендә ярамһаҡланыу, һауаланыу, байлыҡ туплауҙан көлә. “Мәхмүтов” (1940), “Тәүге дәрестәр” (1960) автобиографик повестары 20 б. 20—30‑сы йй. кешенең шәхес булып формалашыуына арналған. А. “Яҡташтар” (1964) повесында М.Йәлилдең үҫмер сағын һүрәтләй. “Фронтҡа” (1943), “Әхмәҙулла” (1944) хикәйәләр һәм очерктар йыйынтыҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең патриотизмы һәм фиҙакәрлеге хаҡында бәйән итә. Күп планлы “Нигеҙ” (1951) романы 20 б. 20—30‑сы йй. башҡорттарҙың тормошо үҙгәреүенең һәм милли интеллигенция формалашыуының ауыр процесын сағылдыра. А. әҫәрҙәре грузин, ҡаҙаҡ, ҡытай, удмурт, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Көләмәс, новелла, очерк һ.б. жанр өлкәләрендә лә эшләй. М.Ильин, А.П.Чехов әҫ. башҡ. теленә тәржемә иткән. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Дәүләкән, Өфө, Учалы ҡҡ. һ.б. торама пункттарҙағы урамдар А. исемен йөрөтә.

Әҫәрҙ.: Әҫәрҙәр: 4 томда. Өфө, 1979—1980; Хикәйәләр. Өфө, 2005; Гульсибар хочет расти: рассказы. М., 1968.

Әҙәб.: Әбсәләмова Ғ. Сәғит Агиш ижады. Өфө, 1964; Сәғит Агиш тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 1985.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: