Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы

Просмотров: 1758

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Заһит а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 6.2.2019, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән], драматург, прозаик. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1990) ағзаһы. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1954), Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1970) тамамлаған. 1957 й. алып “Коммунизм байрағы” гәз. (ҡара: “Звезда”) эшләй, 1963 й. — “Знамя коммунизма” гәз. (ҡара: “Сельские нивы”) мөхәррире урынбаҫары. 1977 й. башлап “Башҡортостан” ДТРК‑ның Стәрлетамаҡ зонаһы б‑са, 1992 й. — Стәрлетамаҡ ҡ. “Экран” ТРК‑ның яуаплы мөхәррире, 2000—10 йй. БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы яуаплы секретары. Балалар өсөн “Йәшә, ҡояшҡай!” тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1986 й. сыға. “Ашҡаҙар” (1973), “Китмә, Рөстәм” (1981) драмаларында, “Сибәр ҡатын” (1994), “Һипкелле ҡыҙ” (1995) комедияларында хәҙ. тормош ысынбарлығы дөйөмләштерелә. “Йәшлегем тирәктәре” (1989) драмаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәре батырлығына арналған. А. әҫ. б‑са Ҡурсаҡ театрында, Стәрлетамаҡ драма театрында, Салауат драма театрында спектаклдәр ҡуйылған. А. шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. тарафынан йырҙар яҙылған. Ғ.Ибраһимов ис. пр. лауреаты (1998).

Әҫәрҙ.: Илама, Бөркөтөм минең: драма. Өфө, 1987; Төнгө тауыштар: повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 1996; Драмалар һәм комедиялар. Өфө, 2002.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: